Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
“Әҙәби нағыш” ижад донъяһын барлай
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
“Әҙәби нағыш” ижад донъяһын барлай
Әҙәбиәт йылы уңайынан ойошторолған марафондың нисек үтеүе, ойошторолоуы хаҡында баҫмабыҙҙа даими яҙып киләбеҙ. Аллаға шөкөр, республикабыҙҙың яртыһын айҡап-байҡап сыҡтыҡ тиергә лә була – 20 төбәктә үтте ижади осрашыуҙар.
Ҡайһы бер яҡтарҙағы үҙенсәлектәрҙе иҫкә төшөрөп алғы килә. Нуриман районында сараны ойоштороусылар төбәк гәзитенең тарихын сағылдырған, иҫке, автографлы китаптар, уҡыусыларҙың эштәре, райондан сыҡҡан ижадсыларҙың хеҙмәттәре, шәжәрәләр ҡуйылған күргәҙмәләр менән таң ҡалдырғайны. Урыҫ телендә яҙышҡан йәштәре лә үҙенсәлекле шиғырҙары менән хәтерҙә ҡалды. Архангел районында бөгөнгә тиклем берәү ҙә Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы булмаһа ла, төбәк ижадсылары әүҙемлеге, яҙғандарына мөнәсәбәте менән әсир итте – бик күптәр шиғырҙарын, нәҫерҙәрен, бәләкәй хикәйәләрен үҙнәшер юлы менән китап итеп сығарған.
Шуныһы ҡыҙыҡлы: райондарҙа әҙип исеме менән бәйле һәйкәлдәр күп, тип маҡтанып булмай. Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Мостай Кәримгә, Назар Нәжмигә, халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовҡа, данлыҡлы прозаиктар Һәҙиә Дәүләтшинаға, Рәшит Солтангәрәевкә, Денис Бүләковҡа бюстар ҡуйылған, әммә Салауат Юлаевтыҡы кеүек мәшһүр һынлы сәнғәт әҫәрҙәре юҡ. Әйткәндәй, Әлшәй районында булып киткән урыҫ классигы Антон Чеховҡа бюст бар төбәктә (һүрәттә).
Дәүләкән районында сараны ойоштороусылар “Яҙыусы исемен йөрөткән урамдар” баҫмаһын һәм исеме билдәле яҙыусылар менән бергә башлап ҡәләм тирбәтеүселәрҙең дә буклетын сығарып, йәштәргә байрам өҫтөнә байрам яһаны. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейында әҙипкә ҡуйылған бюст һаҡлана.
Төбәктә “Китап уҡығанда тотолған!” тигән уйынлы-ысынлы күргәҙмә лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Унда балаларына әҙәби әҫәр уҡыған йәки үҙе ҡулына китап алған кешеләр һүрәтләнгән.
Һәр төбәктә ижади асыштар, бәлки, булмаҫ та, әммә кешенең асылын өйрәнгән, яҡтылыҡҡа хеҙмәт иткән әҙәбиәткә һыйынғандар үҙҙәре лә, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим әйтмешләй, донъяның яҡты яғында йәшәй.
Автор: Л. АБДУЛЛИНА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө