Башҡортостанда маҡсатлы йылды йомғаҡлау тантанаһы 17 декабрҙә үтәсәк. Был көндә Өфөлә фәнни-ғәмәли коференциялар, тамашалар ойошторола. Удмурт, Сыуаш, Татарстан республикалары, Ульяновск өлкәһе вәкилдәре килеүе көтөлә. Мостай Кәрим исемендәге Йәштәр театрында музыкаль-әҙәби кисә үткәрелә. Унда билдәле йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы һәм журналист Александр Проханов саҡырылған. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында “Урал-батыр төнө” этно-фестивале уҙғарыла. Унда халыҡ эпосы төрлө жанрҙарҙа һынландырыласаҡ.