Әҙәбиәт йылы йомғаҡтары: театр

Әҙәбиәт йылы йомғаҡтары: театр

Әҙәбиәт һәм сәнғәт бер - береһенән айырылғыһыҙ төшөнсәләр. Нәфис әҙәбиәттең дә, сәхнә сәнғәтенең дә маҡсаты - халыҡҡа йәшәйештең төп идеяһын аңлатыу, тамашасы, уҡыусы йөрәгенә тәьҫир итеү. Һәр спектакль әҙәби әҫәргә: драматургия, халыҡ ижады өлгөһөнә, роман, йә повесть инсценировкаһына һ.б. нигеҙләнә. Ошо күренеш үҙе үк театр ижадының Әҙәбиәт йылы бурыстарына туранан - тура мөнәсәбәттә булыуына ишаралай.

Ә был йылда театрҙың милли әҙәбиәтте үҫтереүгә һәм таратыуға ҡағылышлы маҡсатлы эшмәкәрлеге уғата маҡтауға лайыҡ. Театрҙа республика кимәлендә уҙғарылған матур саралар хаҡында сайтыбыҙҙа, матбуғат биттәрендә, телевидение, радио аша мәғлүмәттәр байтаҡ булды. Йылды йомғаҡлағанда Әҙәбиәт йылы ваҡиғаларын тағы бер хәтергә төшөрөү хилаф булмаҫ.
- Фронтовик шағирҙар әҫәрҙәре буйынса "Ил яҙмышы - ирҙәр иңендә". Әҙәби - музыкаль кисә. (24 апрель һәм 8 май).
- «Ҡыҙҙар моңо- моңо халҡымдың" (Алты шағирәнең ижады.4 март).
- Ике туғандаш республиканың төп театрҙары: М. Ғафури ис. Башҡорт һәм Ғ. Камал ис.Татар академия театрҙары артистары ҡатнашлығында " Уйлан кеше" шиғриәт кисәһе (13 сентябрь).
- "Ғүмер үҙе - серле, моңло..." Шағирә Гөлфиә Юнысованың ижад кисәһе. (29 октябрь).
Шулай уҡ театрҙың «Ҡыҙҙар моңо- моңо халҡымдың» ижади проекты сиктәрендә респбулика райондарында Тамара Ғәниеваның ( Күмертау ҡалаһы, 17 апрель), Тамара Искәндәриәнең (Ишембай ҡалаһы, 17 апрель), Лариса Абдуллинаның ( Дәүләкән ҡалаһы, 20 ғинуар) ижад кисәләре уҙҙы.
Әҙәбиәт йылында әҙәби кисәләрҙе ойоштороусы һәм уларҙың режиссеры сифатында сығыш яһаусы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшевтың емешле эшмәкәрлеген айырым билдәләргә кәрәк.

11 декабрҙә –театрыбыҙҙа Әҙәбиәт йылын йомғаҡлаған «Әйтер һүҙем бар» исемле шиғриәт балы үтә

Театр сайтынан

.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb