Әҙәбиәт йылының эмблемаһы ниндәй булыр?

Әҙәбиәт йылының эмблемаһы ниндәй булыр?
Белеүегеҙсә, киләһе 2015 йыл Әҙәбиәт йылы аҫтында үтәсәк. Шул айҡанлы БР Мәҙәниәт министрлығы иң яҡшы эмблема проектына конкурс иғлан итте.
Конкурста һәр теләгән кеше йә ойошма ҡатнаша ала. Юғары оҫталыҡ, мәғәнәлелек, зауыҡ һәм үҙенсәлеклек төп шарттар булып тора.
Жюри составында БР Мәҙәниәт министрлығы, Яҙыусылар союзы, Рәссамдар союзы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, БР Милли әҙәби музейы етәкселәре. 
Еңеүсе 20 мең күләмендә аҡса менән бүләкләнәсәк. Эштәр 2015 йылдың 15 ғинуарына тиклем ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон (347) 280-87-70. Электрон почта адресы: Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра..

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb