Әҫәрҙәрҙә — кеше яҙмышы

Әҫәрҙәрҙә — кеше яҙмышы
Зәйнәб Биишева исемендәге Баш­ҡортостан “Китап” нәшриәтендә яңы китаптар донъя күрҙе.
Мостай Кәрим. Әҫәр­ҙәр. V том.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең уҡыусылар көткән китабы уның тыуыуына 95 йыл тулыу­ҙы Рәсәйҙә һәм рес­пуб­ли­ка­быҙҙа киң билдә­ләгән осорҙа ба­ҫылып сығыуы бары­быҙға ла оло бүләк булды. Халыҡ шағиры “Әҫәрҙәр”енең V томы­на уҡыусылар яратып уҡыған “Оҙон-оҙаҡ ба­ла саҡ”, “Ярлыҡау” һәм “Ауыл адвокаттары” повестары индерел­гән.
Ноғман Мусин. Һай­ланма әҫәр­ҙәр. IХ том.
Башҡортостандың халыҡ яҙыу­сы­һы, Салауат Юлаев исемен­дәге дәүләт премияһы лауреаты Ноғман Му­синдың “Һайланма әҫәр­ҙәре”нең IX томы­на бер нисә быуын уҡыу­сы­ларына киң бил­дәле “Һайлап алған яҙмыш” романы, “Төпкөлдән төш­кән килен”, “Шайтан ҡуласаһы”, “Еҙ ҡың­ғы­рау” повес­тары туп­лан­ған.
Гөлфиә Юнысова. Һайланма әҫәрҙәр. II том. 
Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт пре­мияһы лауреаты, Рә­сәй­ҙең һәм Баш­ҡорт­­остандың атҡа­ҙан­ған мәҙәниәт хеҙ­мәт­кәре, күренекле балалар шағирәһе Гөл­фиә Юнысо­ва­ның “Һайланма әҫәрҙәр”е­нең II то­мында балалар өсөн яҙылған иң һәй­бәт шиғырҙары, әкиәт­тәре һәм уҡыусы бала­лар яратып баш­ҡарған йыр­ҙары ба­ҫыл­ған. Был йы­йын­­тыҡ­ты уҡыу­сы­лар күптән көтә ине.
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. “Ҡа­нат­лы йөрәк”. Поэмалар, шиғыр­ҙар.
Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Дәүләт­бир­ҙинаның алтынсы китабы был. Әҫәр­ҙәре­нең нескә лиризм менән һуғарылыуы, юғары гражданлыҡ рухында яҙылыуы күңелдәрҙе арбай. Үҙенсәлекле шиғриәтенең төп темалары — кеше яҙмышы, тормош асылы, ата-әсәһенә, балаларына, һөйгәненә һәм тәби­ғәткә ҡарата ихлас мөхәббәт.
“Биҙәктәр”. Хи­кә­йәләр, шиғыр­ҙар.
Был яңы йыйынтыҡ­ҡа төрлө һө­нәр эйә­лә­ре — Хәлиҙә Ал­тын­баева, Дауыт Амангилдин, Мәү­ҙиға Бай­мөхә­мә­това, Асия Басирова, Гөлкәй Ис­мә­ғилева, Бибиямал Йосопова, Тәнзилә Кейекбаева, Мәү­лит Кә­ри­мов, Фәүҡәт Ҡотло­шин һәм Зәки Сөләй­мәновтың тыуған еренә һөйөү менән һуғарылған, изгелек, матур­лыҡ, кешелеклелек, мөхәббәт темалары үҙенсәлекле яҡтыр­тыл­ған хикәйә­ләре һәм шиғырҙары инде­релгән.
Автор: И. БУЛАТОВ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb