Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Өфө быйыл да «Музей төнө»нә ҡушыла
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 17 май 2013
Өфө быйыл да «Музей төнө»нә ҡушыла
18 май төнөнән 19 май көнөнә ҡараған көндә баш ҡалабыҙҙа сағыу ваҡиға – «Музей төнө» уҙасаҡ. Был төндә ҡала музейҙары 18.00 сәғәттән эшләйәсәк һәм Өфө халҡы таңға тиклем улар менән яҡындан таныша аласаҡ. Акция сиктәрендә төрлө күргәҙмәләр, экскурсиялар, йәрминкәләр, мастер-кластар һәм аң ҡеүәһен үҫтереүгә йүнәлтелгән уйындар ҡаралған.
БР-ҙың Милли музейы иртәнге 06.00 сәғәткә тиклем эшләй. «Кеше тәбиғәттә», «Рәссамдар һуғыш хаҡында» уйындары, «Ҡала оҫталары» күргәҙмәһе үтәсәк. Инеү хаҡы – 50 һум. Ете йәшкә тиклемге балаларға бушлай.
Республика хәрби дан музейы иртәнге 04.00 сәғәткә тиклем эшләй. Хәрби-тарихи майҙансыҡтар эшләйәсәк, һуғыш ҡорамалдары күргәҙмәһе, спецназ сығыштары, балалар уйындары, төрлө конкурстар, һәүәҫкәр артистар сығыштары көтөлә. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусы йәки хәбәрһеҙ юғалыусыларҙы эҙләгәндәргә «Тере хәтер» акцияһы дауам итәсәк.
«Музей төнөндә» М.Ғафуриҙың мемориаль йорт музейы ла ҡатнаша. Тамашасыларҙы яҙыусылар, артистар ҡатнашлығындағы музыкаль-әҙәби кисә көтә. Яҙыусының ижади мираҫы, тормошо менән ҡыҙыҡһыныусылар, рәхим итегеҙ!
«Мираҫ» галереяһы ла был төндә үҙ ишектәрен аса. Рәссам Игорь Тонконогийҙың шәхси күргәҙмәһе тамашасы күңеленә хуш килер тип ышанабыҙ. Сарала рәссамдың сығышы ла көтөлә. Инеү хаҡы бушлай.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектаклдәрҙе насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн ҡулайлаштыра
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө