“Өфө-II ҡаласығы” артефакттары күргәҙмәһе асылды.

“Өфө-II ҡаласығы” артефакттары күргәҙмәһе асылды.

Баш йортобоҙ Өфөлә ҙур тарихи байрам, Республика көнө алдынан

“Боронғо Өфө” музей-ҡурсаулығы федераль кимәлдәге археологик ҡомартҡы, “Өфө-II ҡаласығы”нда ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған артефакттарҙың дүртенсе  күргәҙмәһен асты.

 

Урта быуат археологик ҡомартҡыһында археологик ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған әйберҙәр эксозицияһы башлыса көнкүреш һәм биҙәнеү-төҙәнеү әйберҙәренә арнала- алтын, көмөш, бронзанан эшләнгән ҡайыш остары, эләктергестәр, алҡалар һәм башҡалар.

 

Экспозиция әйберҙәрен төрлө темаһына ҡарап, төрлө атамалар аҫтында туплағандар: “Төнъяҡ сағылышы”, “Ай нуры”, Диңгеҙ тулҡыны”, “Донъяның 17 төҫө”, ”Һинд мотивтары”…

Был исемдәр табылдыҡтарҙың ҡайҙан, донъяның ниндәй иленән килтерелгәнен күрһәтә, сөнки, улар араһында Мысыр, Һиндостан, Ҡафтау, Урта Азиянан килеп эләккәндәре бар.

Мәҫәлән, “Ҡояш байышы көйө”, тип аталған гәрәбә биҙәүес Балтик диңгеҙе ярынан булыуы иҫбатланған.

 

Экспозицияның тағы бер биҙәге- яугир-һунарсы Ильяс менән Зөлхизәнең фигуралары.

Образдарҙы скульптор Вера Деркач һәм  З. Исмәғилев исемендәге ӨДСА студенткаһы Карина Журина әүәләгән.

Экспозицияны М. Ғафуриҙең йорт-музейына килеп ҡарағыҙ. Ул 16 октябргә тиклем эшләйәсәк.



 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb