9 ноябрҙә Өфө «Нур» татар дәүләт театры сәхнәһендә юбилей саралары үтә.
Был көндө өс матур ваҡиға билдәләнә: театрҙың 20 йыллыҡ юбилейы, «Нур» театрына нигеҙ һалған актриса Сәхипъямал Ғиззәтуллина-Волжскаяның тыуыуына 120 йыл, Башҡортостанда беренсе милли татар театры булдырылыуына 100 йыл.
Байрамда алдынғы актерҙар ҡатнашасаҡ, улар билдәле спектаклдәрҙән өҙөктәр һәм концерт номерҙары күрһәтәсәк.
«Нур» театрының тәүге труппаһы Өфөлә 1912 йылда булдырыла, әммә граждандар һуғышы осоронда ул тарҡала. 1989 йылда театр ҡайтанан тергеҙелә, ә 1991 йылда уға дәүләт статусы бирелә. Шул ваҡыттан алып татар театры ижадында яңы этап башлана. Егерме миҙгел дауамында бында йөҙгә яҡын спектакль ҡуйылған.