Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Өфө районында республикалағы милли үҙәк етәкселәренең кәңәшмәһе үтте
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 31 январь 2012
Өфө районында республикалағы милли үҙәк етәкселәренең кәңәшмәһе үтте
Өфө районының Ҡыҙыл Яр ауылында БР Халыҡтар дуҫлығы йортоноң милли-мәҙәни йәмәғәт берекмәләре, тарих-мәҙәниәт үҙәктәре етәкселәренең күсмә кәңәшмәһе үтте. Унда БР Президенты Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы урынбаҫары Ришат Сабитов, БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Өфө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Люцина Ризуанова һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Әхәт Мостафин ҡатнашты.
2011 йылға тарих-мәҙәниәт үҙәктәре эшмәкәрлегенең йомғаҡтары тураһындағы доклады менән БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Вельмир Аҙнаев, шулай уҡ тарих-мәҙәниәт үҙәктәре мөдирҙәре Мария Пономарева («Ҡыҙыл Яр»), Нур Ҡолмырҙин («Темәс»), Гүзәл Латипова һәм башҡалар сығыш яһаны.
Быйылғы йылға пландарҙы тикшереү барышында тарих-мәҙәниәт үҙәктәре ҡарамағында йәмәғәт хәрәкәте активистарын йәлеп итеп советтар төҙөү кәрәклегенә баҫым яһалды. Үҙәктәр эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген күтәреү маҡсатында саралар тураһында ваҡытында мәғлүмәт биреү кәрәклеге билдәләнде.
Ултырышта ҡатнашыусылар халыҡтар телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү буйынса Башҡортостандың мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары менән берлектәге эшмәкәрлеген дауам итергә ҡарар итте. Милли берекмәләр етәкселәре йыл һайын кәмендә бер республика күләмендәге сара үткәрергә тейеш.
Кәңәшмә милли-мәҙәни берекмәләр етәкселәрен һәм тарих-мәҙәниәт үҙәктәре вәкилдәрен бүләкләү тантанаһы менән тамамланды.
Осрашыу сиктәрендә уның ҡатнашыусылары Өфө районының Балалар ижады йорто менән ойошторолған күргәҙмә экспонаттарын ҡараны, Ҡыҙыл Яр ауылының моделле китапханаһының презентацияһында булды һәм Өфө районының ижади коллективтары менән әҙерләнгән рус халҡының туй йолаһын ҡараны. Был сараларҙан һуң ҡунаҡтарҙы сиркәүгә һәм 25-се Чапаев дивизияһы музейына экскурсияға саҡырҙылар.
Автор: Тимур Рәхмәтуллин
«Башинформ»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө