Өфө яҙыусыһы Камил Йыһаншин — Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһы финалсылары иҫәбендә

Өфө яҙыусыһы Камил Йыһаншин — Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһы финалсылары иҫәбендә
Яҙыусы, билдәле географ-сәйәхәтсе, Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәйҙең дүрт әҙәби премияһы лауреаты Камил Йыһаншин «Алдан алтыны» роман-дилогияһы өсөн Рәсәйҙең ҙур әҙәби премияһы финалсылары иҫәбенә инде. Әйткәндәй, әҙип был романы өсөн Республиканың С. Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ булғайны. Әҫәр илебеҙҙә генә түгел, унан ситтә лә билдәлелек яулаған. Тәүге тапҡыр Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә донъя күргән «Алдан алтыны» китабы Мәскәүҙә лә баҫылып сыҡты. «Алдан алтыны» дилогияһында рус православие сиркәүенең бүленеү тарихы һәм властарҙың эҙәрлекләүенән ҡасып Забайкалье крайына күсеп килгән иҫке ҡарашлы общинаның яҙмышы хаҡында бәйән ителә. Быйылғы Рәсәйҙең ҙур әҙәби премияһы исемлегенә илдең төрлө төбәктәренән 19, шул иҫәптән Мәскәүҙән ете яҙыусы инде. Камил Йыһаншин — ошо исемлектә Башҡортостандан берҙән-бер автор. Рәсәйҙең ҙур әҙәби премияһы 2000 йылда булдырылған. Ошо йылдар эсендә Башҡортостандан ике яҙыусы Рәсәйҙең иң әһәмиәтле премияһы лауреаты булды: 2006 йылда — «Мы – русские!» китабы өсөн Михаил Чванов, 2012 йылда «Ҡытай-город» әҫәре өсөн Әмир Әминев алды. Ҙур әҙәби премия финалсылары исемлеге менән Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы сайтында танышырға мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb