Ошо ғәжәйеп күренеште ҡарарға халыҡ күп йыйылды. Көтөлмәгән хәл бит, был хаҡта хатта астрологтар ҙа иҫкәртеп өлгөрә алмай ҡалды, сөнки башҡа тарафтарҙың күгендә һин дә мин йөҙгән Ай нәҡ Өфөбөҙҙә килеп тотолһонсо әле! Ләкин шуныһы ҡыҙыҡ: Ай тотолоуҙан донъяны ҡараңғылыҡ баҫманы, киреһенсә, ғаләм яҡтырып киткәндәй тойолдо.