11 ноябрҙә Башҡорт дәүләт аграр университетының Йәштәр һарайында «Алтын Урал» халыҡ ижади премияһын тапшырыу тантанаһы үтәсәк. Премия икенсе тапҡыр тапшырыла. Тәүгеләрҙән булып премияға шағир Роберт Паль, актер Олег Ханов, шағир Әхмәр Үтәбай, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фән Вәлиәхмәтов, композитор Роза Сәхәүетдинова, Башҡорт операһы солисы Йәмил Әбделмәнов, балалар шағиры Рәсимә Ураҡсина, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы Резеда Әминева, йырсы Ғәзим Ильясов һәм төбәктең башҡа күп сәнғәт оҫталары лайыҡ булғайны. Премия 2010 йылда «Седой Урал» гәзите менән булдырылған.
— Әлеге премияны булдырыуҙың төп маҡсаты – Башҡортостандың профессиональ сәнғәтен һәм республиканың ысын ватансылары булған ижади кешеләрҙе пропагандалау, — тине «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында проектты башлап ебәреүсе, «Седой Урал» гәзите мөхәррире Гөлфиә Шәүәлиева. – Сәнғәт эшмәкәрҙәре араһында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, онотолғандары ла бар. Һәм беҙҙең маҡсат – ғәҙеллеккте булдырыу.
Гөлфиә Шәүәлиева һүҙҙәренсә, премия гәзит уҡыусыларының тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса бирелә. Тауыш биреү өсөн купондар гәзит биттәрендә баҫтырылған ине.
Шулай уҡ йыл дауамында Фән Вәлиәхмәтов етәкселегендә жюри эшләп килде. Улар төрлө мәҙәниәт һәм сәнғәт йүнәлештәрендә номинанттарҙы билдәләне.
Быйыл премияға республика мәҙәниәтенең һәм сәнғәтенең 24 әүҙем эшмәкәре лайыҡ булды. Улар араһында – ҡурайсы Азат Айытҡолов, композиторҙар, йырсылар Наил Шәймәрҙәнов һәм Нурия Абдуллина, баянсылар Сибәғәт Яруллин һәм Айнур Фәтихов, «Мирас» фольклор ансамбленең художество етәксеһе Нәфирә Ихсанова, йырсылар Айгөл Һағынбаева, Әнүәр Нурғәлиев, шулай уҡ Марат Шәйбәков, Зилә Шәехова, Фәнир Ғәлимов, Гүзәл Диникеева, «Өмет» республика гәзите, режиссер Илнур Муллабаев.
Автор: Әлфиә Әһлиуллина