Өфөлә Астана ҡалаһынан М. Горький исемендәге Рус академия драма театрының гастролдәре уҙа

Өфөлә Астана ҡалаһынан М. Горький исемендәге Рус академия драма театрының гастролдәре уҙа
23 – 25 апрель М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Ҡаҙағстан Республикаһының билдәле театрҙарының береһе – М. Горький исемендәге Рус академия драма театрының гастролдәре үтә. Әйтергә кәрәк, ҡаҙаҡ театры үҙ тарихында тәүге тапҡыр башҡорт сәхнәһендә сығыш яһай. Гастролдәр ике туғандаш республикаларҙың мәҙәни бәйләнештәрен нығытыу һәм үҫтереү маҡсатында уҙа.
Башҡорт театрының художество етәксеһе Олег Ханов ҡаҙаҡ театры директоры Еркин Ҡасыновты әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотланы һәм коллегаларына уңышлы гастролдәр һәм яҡшы тәъҫораттар теләне. Еркин Ҡасынов театр етәкселегенә йылы ҡабул итеүҙәре өсөн рәхмәтен белдерҙе һәм өфө тамашасыһы ҡаҙаҡ артистарының уйынын тейешле баһалар тигән теләген белдерҙе.
Тамашасы хөкөмөнә М. Булгаков әҫәре буйынса эклектика стилендә ҡуйылған «Мастер һәм Маргарита» спектаклен тәҡдим иттеләр (режиссеры – Гөлсинә Мирғәлиева). Спектаклдә театрҙың төп артистары уйнай.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, гастролдәр 25 апрелгә тиклем дауам итә.
24 апрель - «Трамвай «Желание»» (Т. Уильямс, драма).
25 апрель - «Ромео и Джульетта» (У. Шекспир, не трагедия).

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb