Өфөлә "Белорет көнө" үтте

Өфөлә "Белорет көнө" үтте
Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында Белорет ҡалаһына 250 йыл тулыуға арналған матур сара үтте. Ул «Өфөлә Белорет көнө» сиктәрендә үткәрелде.
Мәҙәнит йортоноң фойеһында ҡаланың тарихы һәм социаль-иҡтисади үҫеше хаҡында һөйләгән «Белорет – кисә, бөгөн, иртәгә» күргәҙмә ойошторолған ине.
Концерт алдынан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев етәкселегендәге почетлы ҡунаҡтар күргәҙмә экспонаттары менән танышты.
Концерт программаһын асып, сәләмләү һәм ҡотлау һүҙе менән Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов сығыш яһаны.
— Башҡортостан баш ҡалаһында Белорет көнө ҡаланың 250 йыллыҡ юбилейына арналған сараларға старт бирә. «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын ҡалабыҙҙың һәм Белорет еренең ҡаҙаныштары менән таныштырырға, уның үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында һөйләргә тырыштыҡ, — тине Владислав Миронов.
Белорет районының Өфөләге яҡташтар берләшмәһе исеменән барлыҡ Белорет халҡын юбилей менән Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитов ҡотланы.
— Белорет районынан сыҡҡан өфөлөләр беҙҙең ҡалаға арналған бындай ҙур байрамдың Өфөлә үтеүе тураһындағы яңылыҡты ҙур ҡыуаныс менән ҡабул итте. Был залда яҡташтарымды, дуҫтарымды күреүемә бик шатмын, — тине ул.
Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үткән гала-концерт Белорет еренең һәләтле кешеләргә ни тиклем бай булыуын күрһәтте.
Концерт программаһында унлаған ижади коллектив, йөҙҙән ашыу үҙешмәкәр һәм профессиональ артист, шулар арһында Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукова, халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары Фларида Иркина-Хәмзина, Айҙар Хәмзин, Искәндәр Ғәзизов һәм райондың кейәүе, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов та бар ине. Сәхнәнән рус, башҡорт, татар, итальян һәм башҡа телдәрҙә йырҙар яңғыраны, төрлө халыҡтарҙың дәртле бейеүҙәре башҡарылды.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb