Бик күптәрҙең һөйөүен яулап өлгөргән, баритон тауышлы, йәш йырсы Рэдик Ефремов баш ҡала тамашасыларын «Ағыла моң» тип исемләнгән тәүге концерт программаһына саҡыра. Йырсы әйтеүенсә, тамаша бик уникаль булмаҡсы. Концертта өр-яңы йырҙар һәм тамашасы яратып өлгөргән: «Таянырлыҡ дуҫтар булһын», «Ҡурай», «Стәрлебашым», «Һағышлы мөхәббәт» исемле йырҙар ҙа яңғыраясаҡ.
Концертта шулай уҡ егеттең ижадташ дуҫтары Вәсилә Фәттәхова, Айҙар Ғәлимов, Фәдис Ғәниев, Роберт Юлдашев һәм «Курайсы» төркөмө, Флүрә Арҫланғолова-Ефремова, Зөлхизә Илбәкова, Сөмбөл Билалова һәм башҡалар ҡатнашасаҡ.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы