Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Өфөлә «Болливудҡа билет» концерты үтте
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 18 январь 2013
Өфөлә «Болливудҡа билет» концерты үтте
Кисә, 13-сө ғинуарҙа Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында «Болливудҡа билет» исемле концерт үтте. Был концертты Һиндостандың Рәсәйҙәге вәкиллеге һәм шул илдең мәҙәни бәйләнештәр буйынса советы “Феррис уил энтертэйнмент” компанияһы менән берлектә
Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы ойошторҙо.
Артистарҙы тәбрикләү һүҙендә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Ә.И. Шәфикова алыҫтан килгән ҡунаҡтарға башҡорт балы һәм сувенирҙар тапшырҙы. «Был концерт беҙгә беҙҙең бала сағыбыҙҙы иҫкә төшөрҙө. Башҡортостандың Өфө ҡалаһын был Рәсәй кимәлендә үткән турҙа беренсе концерт майҙаны итеп һайлауығыҙ һәм шундай ҡыҙыҡлы, күңелгә ятышлы йыр-моң, дәртле бейеүҙәрегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт», - тине мәҙәниәт министры.
АҠШ-ғы һымаҡ Һиндостанда ла үҙенең Болливуды бар, был айырма тик бер хәрефтә генә тора. Советтар Союзы ваҡытында, бөтә халыҡ Һинд киноһын алып килгәндәр тип, клуб-кинотеатрҙарҙы шығырым тултыра торған филмдар нәҡ ошо Болливудта тыуа ла инде.
Үҙенсәлекле программаның режиссеры — Шубхра Бхардвадж. Уның егерме йылдан ашыу шундай ҙур концерттар ойоштороу тәжрибәһе бар. Был тамаша Америкала, Суданда, Ҡытайҙа, Японияла һәм башҡа илдәрҙә күрһәтелгән.
Концерт программаһы, Һинд артистары тамашасыларҙы сәхнәгә саҡырып, бергәләп дәртле йыр-моң һәм бейеү менән тамамланды.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектаклдәрҙе насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн ҡулайлаштыра
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө