Өфөлә Ф.И.Шаляпин исемендәге IX «Дебют» асыҡ ҡала йәш вокалсылар конкурсы старт ала

Өфөлә Ф.И.Шаляпин исемендәге IX «Дебют» асыҡ ҡала йәш вокалсылар конкурсы старт ала

Бөгөн Өфөлә Ф.И.Шаляпин исемендәге IX «Дебют» асыҡ ҡала йәш вокалсылар конкурсы башлана. Ул 28 апрелгә тиклем дауам итәсәк. 
Конкурс Халыҡ-ара Шаляпин үҙәгенең Өфөләге бүлексәһе менән берлектә ҡала хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы менән ойошторола.
Бәйгелә ҡатнашыусылар дүрт төркөмгә бүленә: 5-7, 8-11, 12-14, 15-17 йәштәрҙәге вокалсылар. Туймазы, Саҡмағош, Иглин, Стәрлебаш, Баҡалы райондарынан һәм Өфө ҡалаһынан йәмғеһе 110 кеше ҡатнаша.
Шулай уҡ IX «Дебют» асыҡ ҡала йәш вокалсылар конкурсы сиктәрендә төп конкурс программаһында ҡатнашыусы балалар әҙерләгән дөйөм белем биреү һәм балалар музыка мәктәптәренең, өҫтәмә белем һәм тәрбиә биреү, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының, үҫмерҙәр клубтарының иң яҡшы музыка етәкселәре һәм уҡытыусылары асыҡланасаҡ.
28 апрелдә Ф.И.Шаляпин исемендәге концерт залында гала-концерт, конкурс лауреаттарын наградлау тантанаһы үтәсәк.

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb