Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Өфөлә Халыҡ-ара Мифтахетдин Аҡмулла көндәре
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 03 декабрь 2012
Өфөлә Халыҡ-ара Мифтахетдин Аҡмулла көндәре
Башҡорт дәүләт педагогия университетында Халыҡ-ара Мифтахетдин Аҡмулла көндәре художестволы кейеҙ күргәҙмәһе менән асылды. «Аҡмулла һәм мәғрифәтселек дәүере» экспозицияһында художество-графика факультеты студенттарының эштәре тәҡдим ителә.
Аҡмулла көндәре программаһы сараларға бай. БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин билдәләүенсә, быйылғы сара сиктәрендә студенттар тәҡдиме буйынса тәүгә «Этнофест-2012» тип аталған йәштәр этнофестивале үткәреләсәк. 5 декабрҙә асыласаҡ сарала ижади йәштәрҙең вокаль, хореография, инструменталь һәм фольклор номерҙары тәҡдим ителәсәк.
Бөгөн иһә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты, филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Сөләймәнов студенттарға һәм мәктәп уҡыусыларына лекция уҡыясаҡ.
Бынан тыш, программала Аҡмулла шиғырҙарын донъя телдәренә иң яҡшы тәржемә итеүгә республика конкурсына йомғаҡ яһау, уның шиғырҙарынан торған аудиокитап презентацияһын үткәреү, «Нәфис әҙәбиәт – милләт нигеҙе» темаһына түңәрәк өҫтәл, «Мәғрифәтселәрҙең мәҙәниәттәге һәм мәғарифтағы гуманистик мираҫы» темаһына халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция, 5-11 класс уҡыусылары араһында интернет-олимпиада һәм студенттар ҡатнашлығында шиғриәт кисәһен үткәреү ҡаралған. Халыҡ-ара Мифтахетдин Аҡмулла көндәре 10 декабрҙә тамамлана.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө