Өфөлә «Киске Өфө - концерттар ваҡыты» фестивале асыла

Өфөлә «Киске Өфө - концерттар ваҡыты» фестивале асыла
Өфөлә 28 ноябрҙән 20 декабргә тиклем «Киске Өфө - концерттар ваҡыты» («Вечерняя Уфа — время концерта») фестивале үтәсәк. Шул уңайҙан «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында сараның ойоштороусылары — филармония директоры урынбаҫары Маргарита Мансурова, мәҙәниәт буйынса ижтимағи совет рәисе Азамат Хәсәншин, «Узорица» фольклор ансамблен ойоштороусы, профессор Равил Рәхимов, Өфө дәүләт сәнғәт академияһының ижад эштәре һәм халыҡ-ара элемтәләр буйынса проректоры Олег Мельников, баш ҡалабыҙҙа рок хәрәкәтен башлаусыларҙың береһе, Өфө дәүләт авиация техник университетының менеджмент һәм реклама кафедраһы доценты Ринат Белялов журналистар менән осрашты. Улар фестивалдең әһәмиәтен билдәләп, программа менән таныштырҙы. Азамат Хәсәншин сараны ойоштороуҙа ҡатнашыусы һәм сәхнә менән тәъмин итеүсе Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына рәхмәт белдерҙе.
— Фестиваль йәш музыканттарҙы ғына түгел, тыңлаусыларҙы ла тәрбиәләүгә бер аҙым, — тине ул. — Йәш артистарҙы ҙур сәхнәгә әҙерләгән кеүек, тамашасыны ла буласаҡ йондоҙҙар менән таныштырырға кәрәк.
Фестивалде 28 ноябрҙә “Узорица” фольклор ансамбле асып ебәрәсәк. Быйыл утыҙ йыллыҡ юбилейын билдәләгән коллективтың репертуарында — республикабыҙҙың төрлө райондарындағы фольклор экспедицияларында яҙып алынған урыҫ халыҡ йырҙары. Ансамбль халыҡ-ара, Бөтә Союз һәм Бөтә Рәсәй фольклор конкурстары һәм фестивалдәре лауреаты.
Ансамблдең бөгөнгө составын З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфөнөң 2-се педагогия колледжы студенттары тәшкил итә.
13 декабрҙә тамашасылар “Остров джаз” тип аталған концерт программаһы менән таныша аласаҡ. Был көндө төрлө быуындың джаз музыканттары Ирина Остин, Лия Литвинова, Йәлил Мөхәмәтшин, Рөстәм Кәримов, сәнғәт академияһы джазсылары Алина Кругликова, Артур Ғимаев, Александр Субботин, Сергей Косых, Павел Скорняков, Алина Ғөзәйерова, Мария Марченко, Екатерина Ямщикова, инструменталистар Роман Киселёв, Георгий Рәхмәтуллин, Азат Ғәйфуллин, Эрик Мофазалов һәм “Happy people”, “Crime Time”, “The Red Hat Band”, “JazzMania” джаз төркөмдәрен ишетергә була. “Ufa Swinging Band”ның яңы джаз составы, “BlockPost” һәм “Бисквит бенд” вокал төркөмдәренең музыкаль презентацияһы көтөлә.
Фестиваль 20 декабрҙә “Gospel-show” проектының презентацияһы менән тамамланасаҡ. Концерт программаһында — gospel-сонг һәм спиричуэлс композициялары, гимндар һәм Америка дини йырҙары, блюз, ритм-энд-блюз һәм “Иисус Христос — суперзвезда” рок-операһынан композиция. Концерт Раштыуа байрамы алдынан үткәрелә, шуға күрә төрлө телдәрҙә раштыуа йырҙары яңғыраясаҡ.
Тамашасыларҙы бик сағыу һәм ҡыҙыҡлы программа көтә, тип белдерҙе конференцияла ҡатнашыусылар.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb