Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Өфөлә Константин Хабенскийҙың барлыҡ ижади студияларында шөғөлләнгән балалар йыйыласаҡ
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 06 декабрь 2012
Өфөлә Константин Хабенскийҙың барлыҡ ижади студияларында шөғөлләнгән балалар йыйыласаҡ
2013 йылдың июнендә Өфөлә Константин Хабенскийҙың хәйриә фонды ҡарамағындағы ижади үҫеш студиялары араһында «Ҡауырһын-2013» («Оперение») бөтә Рәсәй фестивале үтә. Был хаҡта «Родина» кинотеатрында үткән матбуғат конференцияһында актер үҙе хәбәр итте. Өфөгә ул фестивалде ойоштороу мәсьәләһен хәл итеү һәм Өфө студияһында оҫталыҡ дәресен үткәреү маҡсатында килгән.
— Өфөгә барлыҡ 13 ижади үҫеш студияһында шөғөлләнгән балаларҙың килеүе көтөлә, — тип хәбәр итте Константин Хабенский. – Йәмғеһе 450-нән ашыу бала. Бында, Екатеринбургтағы кеүек үк, тәжрибәле актерҙар ҡатнашлығында оҫталыҡ дәрестәре һәм тренингтар үткәреләсәк. Бәлки, урындағы кино индустрияһы вәкилдәре лә саҡырылыр.
Константин Хабенскийҙың ижади үҫеш студияһы Өфөнөң 49-сы мәктәбендә 2011 йылдың көҙөндә асылды. Бындай студиялар Рәсәйҙең байтаҡ ҡалаларында эшләй. Балалар уларҙа бушлай шөғөлләнә.
— Беҙ буласаҡ кино һәм театр актерҙарын әҙерләмәйбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Константин Хабенский. – Беҙҙең өсөн баланы ҡыҙыҡһындырыу, илһамландырыу мөһим. Тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар: күп йылдар тотлоғоу менән яфаланған бер бала иркен һөйләшә башланы. Икенсе төркөмдә аралашмаусан, йомоҡ бер малай, студияла ике йыл шөғөлләнгәндән һуң, үҙенең төркөмөндә лидер булып йөрөй.
Константин Хабенский һүҙҙәренсә, уның коллегалары балалар менән бушлай шөғөлләнә. Өфөгә Леонид Ярмольник, Елизавета Боярская кеүек билдәле актерҙар килеп китте.
— Йылдан йыл балаларҙың үҫеш кимәле күтәрелә бара. Урындағы педагогтарҙың оҫталығы һәм профессионаллеге көслө йоғонто яһай, — тип билдәләне Константин Хабенкий.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө