Өфөлә Марина Мокрованың өсөнсө шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе

Өфөлә Марина Мокрованың өсөнсө шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе
Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфө филиалы нәшриәтендә шағирә, журналист Марина Мокрованың «Шиғырҙарым» («Мои стихи») китабы донъя күрҙе.
Был шағирәнең өсөнсө йыйынтығы. Тәүге «Шиғырҙар һәм бал» («Стихи и мёд») тип аталған китабы 2007 йылда сыҡһа, «Мөхәббәт тураһындағы шиғырҙар» («Стихи о любви») йыйынтығы 2008 йылда баҫтырыла.
Яңы китап бер нисә бүлектән тора. Уларҙың иң ҙуры — «Ватан» («Родина») тип атала. Был темаға шағирә айырыуса иғтибар бүлә. Марина Мокрова Һарытау өлкәһенең Вольск ҡалаһында тыуған. Ғаиләһе менән Өфөгә күсеп килгәс, ул 115-се мәктәпте тамамлай, бынан һуң Биҙәү-ғәмәли сәнғәт училищеһында, Башҡорт дәүләт университетында уҡый. Беренсе курстан алып республиканың һәм ҡаланың алдынғы баҫмаларына мәҙәниәт, сәнғәт буйынса мәҡәләләр яҙа башлай. 2009 йылда Марина Мокрова «Өфө — фән, мәҙәниәт һәм спорттағы ҙур ҡаҙаныштар ҡалаһы» номинацияһында «Баш ҡала ҡаҙаныштары» йәмәғәт премияһы еңеүсеһе була.
Автор: Әлим Фәйезов
«Башинформ»

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb