Өфөлә Музыка фестивале асылды

Өфөлә Музыка фестивале асылды
Башҡортостан Композиторҙар союзының 75 йыллығына арналған Музыка фестивале башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәренән торған ҙур концерт менән асылды. Опера һәм балет театрында композиторҙар һәм музыка белгестәре, мәҙәни йәмәғәтселек, абруйлы ҡунаҡтар йыйылды. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауы, Рәсәй төбәктәрендәге коллегаларҙың телеграммалары уҡып ишеттерелде.

Республиканың танылған композиторҙары Ләйлә Исмәғилева, Нур Дауытов, Рөстәм Сабитов, Роза Сәхәүетдинова, Салауат Сәлмәнов, Валерий Скобелкин, Илдар Хисаметдинов, музыка белгестәре Евгения Скурко, Нелли Әхмәтйәнова Рәсәй Композиторҙар союзы, республика Мәҙәниәт министрлығының почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Мәскәү композиторы, Рәсәй Композиторҙар союзы секретары, Рәсәйҙең халыҡ артисы Ширвани Чалаев, коллегаларын ҡотлап, туған Дағстан телендә йыр башҡарҙы.

Концерт ижади союздың биографияһының биттәрен байҡаны, уны ойоштороуҙағы мөһим мәлдәрҙе билдәләне: БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары Советының 1940 йылдың 2 декабрендәге тарихи ҡарары, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары, 1955 йылда Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте декадаһы. Концертта башҡорт музыка сәнғәте йондоҙҙары: Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Раиф Ғәбитов, Камил Рәхимов, Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Нариман Сабитов, Рәүеф Мортазин, Таһир Кәримов, Халиҡ Заимов, Шамил Ибраһимовтың әҫәрҙәре яңғыраны. Музыканы Милли симфоник оркестр, Дәүләт академик хор капеллаһы һәм солистар Салауат Асҡаров, Иҙрис Ғәзиев, Раил Кучуков, Зөлфирә Фәрхетдинова, Әлим Ҡәйүмов, Аида Мәжитова башҡарҙы.

Композиторҙар союзының 75 йыллығына арналған фестиваль Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 11 декабргә тиклем дауам итәсәк. Классиктарҙың һәм хәҙерге заман авторҙарының әҫәрҙәре яңғыраясаҡ.

Сығанаҡ: "Башинформ"




 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb