«Мираҫ» галереяһында рәссам Рәсих Әхмәтвәлиевтың күргәҙмәһе асылды. Экспозицияның икенсе өлөшө Нестеров исемендәге музейҙа 10 ноябрҙә асыласаҡ.
«Мираҫ»та рәссам яңы эштәрен тәҡдим итә, ә Нестеров исемендәге музейҙа бик һирәк тәҡдим ителә торған эштәре урын аласаҡ.
Күргәҙмәлә рәссамдың билдәле «Һыбайлылар» эше лә бар.
— «Һыбайлы» темаһы ижадымда төп тема һанала, әммә был бер ҙә улай түгел, — тине рәссам. — Был темаға мин әленән-әле әйләнеп ҡайтам. Һыбайлы образы – барлыҡ халыҡтар һәм мәҙәниәттәр өсөн бер булған кешенең генетик хәтере. Был ижадымдағы ир-аттар темаһы. Уны һәр кем үҙенсә аңлай. Ә ҡатын-ҡыҙҙар темаһы «Рәссам һәм Муза» шәлкемендә тәҡдим ителә.
Күргәҙмә 11 декабргә тиклем эшләйәсәк.
Автор: Юлия Антипина