Бөгөн Өфөнөң "Родина" кинотеатрында “Рәсәй киноһы аҙналығы” фестивале старт ала. Республика Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 29 ноябргә тиклем һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә төшөрөлгән ете фильм күрһәтеләсәк. Тамашасыларға "Аҡсарлаҡтар"("Чайки"), "Ике ҡатын" ("Две женщины"), "Уикэнд"("Weekend"), "Бер һуғыш" ("Одна война"), һәм башҡа картиналар тәҡдим ителә.
Сараға фильмдарҙың режиссерҙары, актерҙары һәм критиктар саҡырылған.