Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Өфөлә Сыуашстан мәҙәниәте көндәре асылды
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 01 июнь 2012
Өфөлә Сыуашстан мәҙәниәте көндәре асылды
31 майҙа Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында Башҡортостанда Сыуашстан мәҙәниәте көндәре асылды. Тантаналы сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Сыуашстан Республикаһы башлығы Михаил Игнатьев ҡатнашты.
Хөрмәтле ҡунаҡтарҙы «Нарспи» сыуаш фольклор коллективы артистары ҡаршы алды. Бынан һуң төбәк башлыҡтары «Суук-Чишма» сыуаш тарихи-мәҙәни үҙәге (Ҡырмыҫҡалы районы) һәм Өфө предприятиелары менән әҙерләнгән халыҡ промыслалары изделиелары күргәҙмәһен ҡараны.
— Бөгөн беҙҙең республикала байрам – Башҡортостанда Сыуашстан мәҙәниәте көндәре асыла, — тине Рөстәм Хәмитов, фестивалде асып. – Башҡортостан һәм Сыуашстан Республикаһы халыҡтарын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Беҙ бер-беребеҙгә кәрәк, беҙҙе айырып булмай. Тиҫтәләгән йылдар үтә килә, беҙҙең мөнәсәбәттәр нығый ғына.
Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, сыуаш халҡы Башҡортостанда бөтә йүнәлештәрҙә лә — белем алыу, сәнғәт менән шөғөлләнеү йәһәтенән дә үҫешә ала.
— Башҡортостанда сыуаш әҙәбиәте классиктары тыуған, — тип билдәләне ул. – Сыуашстан Республикаһы менән Башҡортостанды иҡтисади мөнәсәбәттәр генә түгел, рухи бәйләнештәр ҙә, бер-беребеҙгә ҡарата хөрмәт тойғоһо ла берләштерә. Кешеләр араһындағы дуҫтарса мөнәсәбәттәр генә республикабыҙҙы көслө итә ала. Был мөнәсәбәттәр үҫешһен һәм бер ҡасан да өҙөлмәһен өсөн барыһын да эшләйәсәкмен.
—Башҡортостанда тыуған сыуаш халҡының бөйөк улдары: Константин Иванов, Яков Ухсай миңә мәктәп йылдарынан билдәле, — тине Сыуашстан башлығы. – Беҙ, төбәктәрҙең ике етәксеһе, беҙҙең мөнәсәбәттәргә, мәҙәниәткә бөгөн яңы импульс бирәбеҙ. Үҙ-ара ихтирамға ҡоролған беҙҙең мөнәсәбәттәр һаҡланып, артабан үҫешергә тейеш.
Михаил Игнатьев Рөстәм Хәмитовҡа бүләк тапшырҙы: уға сыуаш милли кейемен – пустав кейҙерҙе. Башҡортостан Президенты, үҙ сиратында, Сыуашстан башлығына елән һәм төлкө бүрек бүләк итте.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Ҡурайсы Рушан Биктимеров "алтын" юбилейын сәхнәлә ҡаршылай
Дүшәмбе, 03 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Профессор Ғабдулла Ғиләжевтең хәтер кисәһе тыуған ауылында уҙҙы
Шәмбе, 01 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Бүздәк районындағы китапхана Факиһа Туғыҙбаева исемен йөрөтәсәк
Йома, 31 январь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө