Кисә Өфөлә танылған бейеүсе, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев һәм Ғ.Сәләм исемендәге премиялар лауреаты Рәшиҙә Туйсинаның концерты үтте. Тантаналы сара бейеүсенең 70 йәшлек юбилейы айҡанлы үткәреледе.
Беренсе булып Рәшиҙә Туйсинаның визит карточкаһына әйләнгән легендар «Заһиҙә» бейеүе башҡарылды: был номер менән ул тәүгә Кремледең Съездар һарайында сығыш яһаған.
Мәшһүр бейеүсене юбилейы менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡотланы.
— Рәшиҙә Туйсина – танылған сәхнә оҫтаһы, үҙенең күп йыллыҡ ижады һәм һәләте менән ул бейеү аша башҡорт ҡыҙының матурлығын, аҡылын, һомғоллоғон күрһәтә алды, — тине республика башлығы. – Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең даны билдәле яҡташыбыҙҙың исеменә бәйле. Башҡорт бейеүен үҙенсәлекле энергетика айырып тора. Йыш ҡына республиканан ситтә йәшәүсе кешеләр башҡорт мәҙәниәте һәм уның быуаттар төпкөлөнән килгән тарихы хаҡында сәнғәтте яҙмышы һәм төп һөнәре итеп һайлаған бейеүселәребеҙҙең оҫталығы ярҙамында белә. Рәшиҙә Туйсина Ғәскәровтың бейеү мәктәбен, уның бай традицияларын үҫтереүгә күп көс һалған, башҡорт хореографияһын бейеү сәнғәтенең юғары өлгөләре менән байытҡан. «Гөлнәзирә», «Зарифа», «Шаян ҡыҙҙар» һәм башҡа бейеүҙәрҙә һеҙ тыуҙырған башҡорт ҡыҙының ҡабатланмаҫ образдары менән барыбыҙ ҙа һоҡланабыҙ.
Юбилей концертында Стәрлетамаҡ бейеү театры артистары, башҡорт эстардаһының билдәле башҡарыусылары, Ф.Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүселәре, Өфө сәнғәт училищеһы студенттары ҡатнашты.