Фестивалдә төрки телле илдәрҙән һәм республикаларҙан 17 театр ҡатнашасаҡ, Башҡортостан театрҙары ла үҙ ижадын тәҡдим итәсәк. Спектаклдәр М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, Рус дәүләт академия театры, Өфө «Нур» татар дәүләт театры, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәләрендә ҡуйыласаҡ.
6 сентябрҙә 18 сәғәттә Конгресс-Холл сәхнәһендә Башҡорт дәүләт академия драма театры «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» тарихи драмаһын күрһәтәсәк.
Фестивалдең икенсе көнөндә Өфө тамашасыларын М.Сеспель исемендәге Сыуашстан дәүләт йәш тамашасылар театры һәм Әзербайжан Республикаһының Гянджа дәүләт драма театры спектаклдәре көтә. Шул уҡ көндө М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры «Мәскәү – Васютки» спектаклен ҡуясаҡ. Бынан тыш, фестивалдә түбәндәге театрҙар үҙҙәренең ижадын тәҡдим итәсәк: А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт театры, Салауат дәүләт башҡорт драма театры, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Туймазы дәүләт татар драма театры, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, Өфө «Нур» татар дәүләт театры. Улар конкурстан тыш сығыш яһаясаҡ.
Беҙҙең республика исеменән берҙән-бер ҡатнашыусы — М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сығыш яһаясаҡ. Был юлы театр Мостай Кәрим пьесаһы буйынса Айрат Абушахманов ҡуйған «Ай тотолған төндә» трагедияһын тәҡдим итәсәк.
Шулай уҡ фестиваль сиктәрендә танылған ҡурайсы Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған сара үтәсәк. Педагог, актер һәм йырсы, БАССР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Ғата Сөләймәновтың хәтер кисәһе фестивалдең икенсе көнөндә, 7 сентябрҙә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә үтә.