Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Өфөлә тәүге тапҡыр «Башҡортостан гүзәле» матурлыҡ бәйгеһе үтте
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 26 март 2014
Өфөлә тәүге тапҡыр «Башҡортостан гүзәле» матурлыҡ бәйгеһе үтте
Күркәм сарала 18 йәштән 50 йәшкә тиклемге физик мөмкинлектәре сикләнгән ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашты. Ярыш республиканың район һәм ҡалаларынан тиҫтәләрсә гүзәл заттарҙы йыйҙы.
Финалға үтеү өсөн конкурста ҡатнашыусылар 5 һынау аша үтергә бурыслы. Үҙең менән таныштырыу, фотоконкурс, интеллектуаль күнекмә, шәхси сығыш һәм дефиле. Һайлап алыу туры һөҙөмтәләре буйынса Өфө, Белорет һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларынан 9 ҡатнашыусы финалға үтте. Гүзәл заттар билдәләүенсә, сәхнәгә сығыу еңелдән булмаған.
Конкурсанттар араһында тегенсе, медицина хеҙмәткәре, хужабикәләр ҙә бар. Берәүҙәр бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә инвалид коляскаһына ултырырға мәжбүр булһа, икенселәрҙең физик мөмкинлектәре тыумыштан сикләнгән. Әммә был етешһеҙлек ҡатын-ҡыҙҙарға матур, һөйөклө һәм һөйкөмлө булырға ҡамасауламай. Һәр сығышта бәйгеселәр үҙҙәренең күңел матурлығын күрһәтә алды. Сараны ойоштороусылар был бәйгене йыл һайын ойошторорға ҡарар иткән.
Тәүге бәйгелә иң ҡыйыу 9 кеше сығыш яһаны. Конкурсанттар бер аҙна дауамында Өфөлә йәшәне, уларға әҙерлек өсөн бар шарттар ҙа тыуҙырылды. Киләһе йылда беҙ һайлап алыу турын ғинуарҙа уҡ үткәрергә ҡарар иттек. Сөнки республиканың һәр төбәгендә был бәйгелә ҡатнашырға теләк белдереп тә, өлгөрмәй ҡалыусылар барҙыр, тип уйлайбыҙ.
Сығанаҡ: БЮТ сайтынан
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө