Өфөлә «Урал-Волга буйы этностары һәм мәҙәниәттәре: тарихы һәм бөгөнгөһө» V бөтә Рәсәй конференцияһы үтә

Өфөлә «Урал-Волга буйы этностары һәм мәҙәниәттәре: тарихы һәм бөгөнгөһө» V бөтә Рәсәй конференцияһы үтә

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Р.Ғ.Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтында «Урал-Волга буйы этностары һәм мәҙәниәттәре: тарихы һәм бөгөнгөһө» V бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы эшен башланы, уны Рәсәй Фәндәр академияһы Президиумының «Йәш ғалимдарға ярҙам» программаһы ярҙамында институттың Йәш ғалимдар советы үткәрә.

Конференцияла Чебоксар, Екатеринбург, Ҡазан, Һамар, Магнитогорск, Ырымбур, Троицк, Өфө ҡалаларынан һәм Башҡортостандың университет үҙәктәренән йәш ғалимдар ҡатнаша. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Президиумы исеменән форумда ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Усеин Джемилев сәләмләне.

Конференцияла ҡатнашыусылар Рәсәй һәм уның төбәктәре тарихының социаль-иҡтисади һәм сәйәси мәсьәләләрен, Урал-Волга буйы халыҡтарының үҙ-ара мәҙәни бәйләнеше, уларҙың тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыу, Рәсәй фәнен үҫтереүҙә йәш ғалимдарҙың роле мәсьәләләрен тикшерәсәк.

Урал-Волга буйының этномәҙәни үҙенсәлектәрен өйрәнгән йәш ғалимдар форумының Башҡортостан Республикаһында Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылында Өфөлә үткәрелеүе ҙур әһәмиәткә эйә.

Автор: Марина Шумилова

«Башинформ» ИА алынды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb