Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Өфөнән Спиваков фонды стипендиаттары Мәскәү халыҡ-ара Музыка йортонда сығыш яһаясаҡ
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 12 апрель 2012
Өфөнән Спиваков фонды стипендиаттары Мәскәү халыҡ-ара Музыка йортонда сығыш яһаясаҡ
Башҡортостан Республикаһындағы Владимир Спиваков исемендәге Халыҡ-ара хәйриә фонды стипендиаттары — Өфө урта махсус музыка колледжы, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттарының һәм был уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың, шулай уҡ П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваториһы ҡарамағындағы Үҙәк музыка мәктәбе уҡыусыларының концерты Мәскәү халыҡ-ара Музыка йортонда 19 апрелдә үтәсәк.
Владимир Спиваков исемендәге Халыҡ-ара хәйриә фондының Башҡортостан Республикаһы филиалы директоры Ғәлиә Камаева хәбәр итеүенсә, концертта республика, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Тимофей Владимиров (фортепиано), Ангелина Самойлова (скрипка), Кирилл Козлов (фортепиано), Гөлназ Сәхибгәрәева (фортепиано), Олег Тузов (фортепиано), Диляра Иҙрисова (сопрано), шулай уҡ Булат Насыров (скрипка) һәм Искәндәр Ханнанов (виолончель) ҡатнашасаҡ. Музыканттар маэстро Спиваков бүләк иткән музыка ҡоралдарында уйнай. Шулай уҡ концертта Башҡортостандағы Владимир Спиваков исемендәге Халыҡ-ара хәйриә фондының тәүге быуын стипендиаттары, әле П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваториһында белем алған Элиза Хәнәфина (виолончель) һәм Денис Хөсәйенов (фортепиано) ҡатнаша.
Концерт көнөндә Мәскәү халыҡ-ара Музыка йортонда Өфөнөң 2-се балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары эштәренең күргәҙмәһе эшләйәсәк, уны шулай уҡ Спиваков фондының Башҡортостандағы филиалы ойоштора.
Сығанаҡ:
«Башинформ»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен ҡотлай
Шаршамбы, 25 март 2026
|
Тулыраҡ >
Стәрлетамаҡта Башҡортостандың халыҡ артисы Рафиға Ғәлинаның бенефисы уҙа
Дүшәмбе, 16 март 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡорт ғаиләһе көнө уңайынан Гөлназ Ғәлимуллинаның фотокүргәҙмәһе асыла
Кесе йома, 26 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө