Өфөнөң билдәле яҙыусыһы Сергей Круль менән осрашыу үтәсәк

Өфөнөң билдәле яҙыусыһы Сергей Круль менән осрашыу үтәсәк

Бөгөн М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты китапханаһында Өфө яҙыусыһы, билдәле бард йырсыһы Сергей Круль менән осрашыу үтәсәк.
Кисәлә уның «Девушка в синем» һәм «Мой отец – художник Леонид Круль» тип аталған әҙәби әҫәрҙәренә айырыуса иғтибар бүленәсәк. Сарала Өфөнөң мәҙәни берләшмәһе вәкилдәре, юғары уҡыу йорто уҡытыусылары һәм студенттары ҡатнашасаҡ. Сергей Круль әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Александр Донгузов уҡып ишеттерәсәк.  Осрашыуҙа, шулай уҡ ҡалабыҙҙың тарихи-мәҙәни ҡомартҡыларын һәм йолаларын һаҡлау мәсьәләләре лә ҡуҙғатыласаҡ. «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb