Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында ветерандарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шәмбе, 05 май 2012
Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында ветерандарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте
Дошманды еңеүҙең сираттағы йыллығы алдынан Өфөләге Конгресс-холда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм тыл хеҙмәтсәндәрен тәбрикләнеләр. Тантаналы йыйылыш күтәренке рухта уҙҙы. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Хөкүмәт Премьер-министры Азамат Илембәтов, Хөкүмәт ағзалары, депутаттар, һуғыш ветерандары, дәүләт, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, дин әһелдәре, милли-мәҙәни ойошмалар етәкселәре ҡатнашыуы оло быуынға тәрән ихтирам күрһәтеү тип ҡабул ителде.
Ҡунаҡтарҙы, алыҫ йылдар шаңдауын ишеттергән моң-көйҙәр яңғыратып, хәрби оркестр ҡаршыланы. Тантана йортоноң фойеһында һуғыш осорон һүрәтләгән фотолар, китаптар күргәҙмәһе эшләй ине.
– Беҙҙең өсөн Еңеү көнө – 9 Майҙан да бөйөгөрәк, билдәлерәк дата юҡ. Илебеҙ халҡы яуыз, мәкерле дошманға ҡаршы тиңдәшһеҙ алышҡа күтәрелде һәм еңеп сыҡты. Бөйөк Еңеү өсөн көрәш фронтта ла, тәрән тылда ла барҙы. Һеҙгә, ветерандар, оло рәхмәтебеҙҙе, ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ! Һеҙҙең алда, яуҙа һәм һуғыштан ҡайтып вафат булғандарҙың рухы алдында баш эйәбеҙ, – тине үҙенең ҡотлау телмәрендә Башҡортостан Президенты.
Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау һүҙенән һуң ветерандарҙы тәбрикләү тантанаһын сәнғәт оҫталарының концерты дауам итте, байрам ҡунаҡтарына башҡаларҙың ҡотлауҙары еткерелде.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө