Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы презентацияһы үтте

Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы презентацияһы үтте

F39G6215.JPG16 ноябрҙә, «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы проектының презентацияһы үтте. Сарала ижади ойошмалар етәкселәре һәм вәкилдәре ҡатнашты. Уларҙың күптәренең үҙ сайттары бар, ләкин Башҡортостан мәҙәниәте тураһындағы тулы, берҙәм мәғлүмәт сығанағы әлегә тиклем булманы. Яңы ресурс ике ай элек асылды, әммә уның өҫтөндә эшләү әле туҡтатылмаған.

Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Рәйес улы Алтынбаев әйтеүенсә, порталдың маҡсаты республикабыҙҙың мәҙәни тормошон мөмкин тиклем тулы итеп сағылдырыу һәм уларҙың барыһын да бер урында туплау. Был эштә бөтә ойошмалар ҙа бик әүҙем ҡатнашырға тейеш, – тине ул.

Сайт редакторҙары Альбина Йосопова һәм Кирилл Тимашев портал структураһы тураһында һөйләне, ул башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә эшләй. Берҙәм инеү нөктәһе сайт менән ҡулланыусыларға ла, уларҙың хужаларына ла бик уңайлы. Сайттың әлеге версияһы һуңғыһы түгел, ул әле тулыландырыласаҡ.

Презентацияла ҡатнашыусыларҙы порталдың ун ике бүлеге һәм уларҙы тулыландырыу мөмкинлектәре менән таныштырҙылар. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе Азамат Юлдашбаев порталдың Бөтә донъя, Рәсәй һәм республика кимәлендә ни тиклем әһәмиәтле икәнен билдәләне. Шул иҫәптән Великобритания менән скайп бәйләнеше лә булдырылды. Сит ил ҡунағы порталға ижади уңыштар теләне һәм артабан да тығыҙ бәйләнешкә ышаныс белдерҙе. Проекттың иң мөһим яғы – виртуаль галереялар һәм музейҙар булдырыу. Нестеров исемендәге музей директоры урынбаҫары Светлана Игнатенко яңылыҡтар һәм идеялар хаҡында фекер алышыу мөмкинселеге булһын өсөн интерактив булдырырға тәҡдим итте һәм сайтҡа инеүселәр тейешле мәҙәни кимәлдә фекер алышыр, тигән ышанысын белдерҙе. Светлана Владиславовна мәҙәниәтте сағылдырыуҙа иң әүҙем киң мәғлүмәт сараларын сайт эшенә йәлеп итергә тәҡдим итте. Порталдың етәксеһе Хәлил Хәмзин Светлана Игнатенконың фекере менән тулыһынса килеште һәм виртуаль музей Нестеров исемендәге музейҙан башланасағы тураһында белдерҙе. Республика телевидениеһы фондынан да тапшырыуҙарҙы портал контентына индерергә тәҡдим ителде, әммә быны тормошҡа ашырыу сервер ҡеүәтенән торасаҡ.

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» проектын республика Президенты ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы, проект уның ҡушыуы буйынса әҙерләнгән. Рөстәм Хәмитов ҡулланыусыларҙы яңы мәҙәни сайт менән ҡотланы һәм бөгөнгө көндә интернеттың ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb