«Өмөтлө ҡәләм –2012»

«Өмөтлө ҡәләм –2012»
21 мартта, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Өмөтлө ҡәләм» Республика конкурсы еңеүселәренә Диплом тапшырыу тантанаһы уҙасаҡ. Бүләкләү тамашаһынан һуң театр етәкселеге, БДУ профессорҙары менән берлектә түңәрәк өҫтәл - әҙәби осрашыу көтөлә.
Үткән йыл аҙағында М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һәм Башҡорт дәүләт университеты, йәш драматургтар араһында беренсе тапҡыр «Өмөтлө ҡәләм –2012» конкурсын иғлан иткәйне. Был конкурс – республиканың милли театр мәҙәниәтендә сағыласаҡ тарихи ваҡиға ул. Театр почтаһына пьесалар башта әҙләп кенә килһә, конкурс һөҙөмтәләрен йомғаҡлар ваҡыт еткәс, яҙмалар күбәйә башланы. 
Шуныһы һөйөнөслө: студенттар конкурста теләп, ихлас ҡатнашты. Унан бигерәк, бөгөнгө йәштәрҙең тормошҡа үҙ ҡарашы булыуы, ысынбарлыҡтың бар яҡтарын күреп, уны сағылдырырға, ул ғына ла түгел, кешелек үҫешенә кире яҡтан тәьҫир иткән мәсьәләләрҙе хәл итергә тырышыуы тик маҡтауға лайыҡ. Әммә һәр ярыштың еңеүсеһе лә, еңелеүсеһе лә була . Юҡ, еңелеүсе тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ, сөнки конкурсҡа тапшырылған бар пьесалар ҙа айырым ижади тойомлау менән айырылып тора.
Конкурста ҡатнашҡандарҙы һәм уларҙы дәртләндерер дуҫтарын, таныштарын 21 март көнө сәғәт көндөҙгө 3-тә театрҙа көтөп ҡалабыҙ!
Сығанаҡ: М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия һәм драма тетары

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb