«Өмөтлө ҡәләм» Республика конкурсы еңеүселәренә Диплом тапшырыу тантанаһы уҙҙы

«Өмөтлө ҡәләм» Республика конкурсы еңеүселәренә Диплом тапшырыу тантанаһы уҙҙы
21 мартта, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Өмөтлө ҡәләм» Республика конкурсы еңеүселәренә Диплом тапшырыу тантанаһы уҙҙы. 
Үткән йыл аҙағында М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һәм Башҡорт дәүләт университеты, йәш драматургтар араһында беренсе тапҡыр «Өмөтлө ҡәләм –2012» конкурсын иғлан иткәйне. 
Тамаша залы республика гәзит-журналдары хеҙмәткәрҙәре, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары һәм студенттары менән геү килде. 
Еңеүселәрҙе театр директоры Хөрмәтулла Үтәшев, баш режиссер Айрат Абушахманов тәбрикләне. Хөрмәтулла Үтәшев әйтеүенсә, был конкурс – республиканың милли театр мәҙәниәтендә сағыласаҡ тарихи ваҡиға. Тәүҙә ҡурҡҡан инек, бер–ике генә студент булһа ла ҡатнашһа бик шәп булыр ине тип, беҙҙең ҡыуанысҡа бөтәһе 21 конкурсант ҡатнашты. Театр почтаһына пьесалар башта әҙләп кенә килһә, конкурс һөҙөмтәләрен йомғаҡлар ваҡыт еткәс, яҙмалар күбәйә башланы. Йәштәрҙең тормошҡа үҙ ҡарашы булыуы, ысынбарлыҡтың бар яҡтарын күреп, уны сағылдыра алыуы, уларҙы был тормошта нимәләр борсой шул хаҡта асыҡ әйтә алыуҙары яҡшы күренеш. Жюри ағзалары менән кәңәшләшеп, беренсе урын бирмәҫкә булдыҡ. Сөнки һәр береһенең яҙмаһы маҡтауға лайыҡ, - тине ул. 
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса театр етәкселеге 2, 3 урындар алыусыларға һәм әүҙем ҡатнашыусыларға махсус бүләктәр тапшырыҙы. Шулай уҡ, БДУ етәкселеге һәм БР Яҙыусылар союзы рәйесе Риф Тойғонов та еңеүселәргә  бүләктәр әҙерләгәйне. 
Еңеүселәрҙе театрҙың йәш артистары Урал Әминев, Фирүзә Аллаярова, Сәғиҙулла Байегет, Артур Ҡунаҡбаев, Юнир Ҡоланбаев матур-йыр бейеүҙәре менән шатландырҙы. 
Бүләкләү тамашаһынан һуң театр етәкселеге, БДУ профессорҙары менән берлектә түңәрәк өҫтәл - әҙәби осрашыу ойошторҙо. 
 
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb