Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Өр-яңы бәйге!
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Өр-яңы бәйге!
Әҙәбиәт йылы айҡанлы, “Шоңҡар” журналы Республика Халыҡ ижады үҙәге менән берлектә өр-яңы проект – Айҙар Байыҡ сәсән исемендәге сәсәндәр бәйгеһе иғлан итә.
Башлана: 15 февраль 2015 йыл. 12 сәғәттә.
Тамамлана: 10 июнь 2015 йыл. 12 сәғәттә.
Сәсән килә, сәсән килә,
Сәсер һүҙен сәсеп килә
Әйтер һүҙен белеп әйтә,
Теле менән телеп әйтә.
Сәсән – халыҡ риүәйәтсеһе, шағир-импровизатор, сәхнә оҫтаһы, телмәр тотоусы. Үҙ дәүерендә тормошто сағылдырған, халыҡ дошмандарын фашлаған, иҙеүсе синыфҡа ҡаршы көрәшкә әйҙәүсе, өндәүсе агитатор-шағир ҙа, уҙғандарын һөйләүсе тарихсы ла. Ул тик үҙ ырыуыныҡы ғына булырға тейеш булған. Был инде халыҡ араһында сәсәндең абруйы хаҡында һөйләй. Ил, халыҡ тормошонда ниндәй ҙә булһа ҡаршылыҡ-һынауҙар килеп тыуғанда төп һүҙҙе нәҡ сәсән әйткән.Ундай оҫта телле, моңло кешеләр башҡорттар араһында аҙ булмаған. Әммә беҙҙең көндәргә бик аҙҙарының ғына исемдәре килеп еткән. Улар сығарған йыр-көйҙәр һәм башҡа поэтик ижад әҫәрҙәре лә заманалар үтеү менән үҙгәрә барған. Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтенә лә, тимәк, сәсәндәр эшмәкәрлеге, ижады йоғонто яһамай ҡалмаған, әлбиттә. Һәр нәмә үткәндәр ерлегендә барлыҡа килгәнен, үҫешкәнен, үҫкәнен онотмайыҡ.
Тамыры ныҡ ағас аумаҫ, тигәндәр. Кем белә, был әйтемде лә ваҡытында сәсән әйтеп ҡалдырғандыр.
Ошоларҙан сығып, “Шоңҡар” журналы Республика Халыҡ ижады үҙәге менән берлектә Әҙәбиәт йылы айҡанлы өр-яңы проект – Айҙар Байыҡ сәсән исемендәге сәсәндәр бәйгеһе иғлан итә.
Бәйгенең маҡсаты: халыҡ ауыҙ-тел ижадын пропагандалау, уны, сәсәнлек мәктәбен ҡабаттан тергеҙеү, йәш быуында уға ҡарата һөйөү тәрбиәләү.
Шарттары:
– Конкурс йәш буйынса сикләнмәй, сәсәнлек һәләте булған һәр кем ҡатнашыу хоҡуғына эйә.
– Ҡатнашыусы мотлаҡ ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларын, эпостарҙы яҡшы белергә тейеш.
– Уй-фекерҙәрҙе, хис-тойғоларҙы, ҡараштарҙы мөмкин тиклем сәсәндәр эш иткән жанрҙарҙа (ҡобайыр, бәйет, әйтеш, сеңләү һ. б.) бәйән итәбеҙ. (Сәсәнлекте шиғыр, йыр, таҡмаҡ кеүек жанрҙар менән бутамағыҙ, зинһар).
– Бәйге Интернет селтәрендә http://vk.com/sasandar_baigehe адрес буйынса барасаҡ. Һәйбәт эштәр йыл әйләнәһенә “Шоңҡар ”журналы биттәрендә донъя күрәсәк.
Бәйге II этапта үтә.
I этапта бөтә конкурсанттар ҙа ҡатнаша. Тәҡдим ителгән темалар буйынса ла һәм башҡа темаларға ла үҙ ижадын тәҡдим итә ала. Шулай ҙа төп иғтибар тәҡдим ителгән темаларға буласаҡ.
– Бөтәһе 7 тема тәҡдим ителәсәк. (Февраль, март, апрель айҙарында – икешәр, май айында бер тема). Әҫәрҙәрегеҙҙе һәр темаға төрлө айҙа ебәрә алаһығыҙ.– Һәр темаға ижад итеүселәрҙе жюри ныҡлы иғтибарға аласаҡ.– Ҡатнашыусы һәр темаға бер нисә сәсәнлек эшен ебәрә ала.
– Һәр ҡатнашыусы ижадын оҡшатҡандар лайктар ҡуя. Күп лайктар йыйыусылар II этапҡа үтә. Шулай уҡ жюри үҙе лә II этапҡа айырым ижадсыларҙы һайлап алырға мөмкин.
II этапҡа июнь айында Салауат йыйында үтә. I этап еңеүселәре республика байрамында сәхнәлә көс һынаша.
Иҫкәрмә. Шулай уҡ үҙегеҙҙең ижад өлгөләренән тыш, бәйге шарттарына ярашлы, ата-олатайҙарығыҙҙан, әсәй-өләсәйҙәрегеҙҙән ҡалған ҡобайыр-бәйет, әйтештәрҙе һ. б. тәҡдим итә алаһығыҙ. Улар айырым бүләкләнәсәк.
Жюри
Әхмәт Сөләймәнов, күренекле фольклорсы, филология фәндәре докторы, профессор – рәйес;
Мөнир Ҡунафин, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире;
Нәфисә Тулыбаева, Республика халыҡ ижады үҙәгенең директор урынбаҫары;
Гөлгөнә Баймырҙина, Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе;
Фәиз Харрасов, “Шоңҡар” журналының өлкән мөхәррире.
Йомғаҡлау
Бәйге 1 февралдә башланып 10 июнгәсә дауам итә. Еңеүсе июнь аҙағында уҙасаҡ Салауат йыйынында әйтештә асыҡлана. Унда жюри Айҙар Байыҡ сәсән исемендәге сәсәндәр бәйгеһе еңеүсеһен билдәләйәсәк.
Еңеүселәр иҫтәлекле приздар менән бүләкләнә.
Шулай итеп, хәйерле сәғәттә, йәмәғәт! Сәсән ата-бабаларыбыҙҙың ҡаны беҙҙең дә тамырҙарыбыҙҙа аҡҡанын иҫбатлайыҡ!
Сығанаҡ: "Шоңҡар" журналы.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө