Артур Туҡтағолов етәкселегендәге "Далан" эстрада төркөмө театрлаштырылған программа менән сығыш яһай

Артур Туҡтағолов етәкселегендәге "Далан" эстрада төркөмө театрлаштырылған программа менән сығыш яһай

Үҙенең моңло ла, рухлы ла һәм халыҡсан йырҙары менән тамашасыларҙы нисәмә йылдар һөйөндөрөп-ҡанатландырып тороусы «Далан» эстрада төркөмө өр-яңы программа тәҡдим итә. 23 март Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында «Ирҙе ир иткән дә, йырлатҡан да – һин!» исемле сағыу һәм «ҡыҙыу» тамашаны күрергә ашығығыҙ. Төрлө йылдарҙағы хиттар, премьералар, көтөлмәгән дуэттар, дәртле бейеүҙәр, моңло ҡурай, баян моңдары һәм башҡа “тәмле” бүләктәр һеҙҙе көтә.

     Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов етәкселегендәге «Далан» эстрада төркөмөндә бөгөн эстрадабыҙҙың сағыу йондоҙҙары Миңзифа Исҡужина (йыр), Филүс Ҡалмурзин (йыр), Венер Сәйфетдинов (ҡурай), Искәндәр Ғәзизов (йыр), Редик Сәғитов (нәфис һүҙ), Татьяна Мутафи (бейеү) ижад итә.

    «Йырлатҡан да, бейеткән дә – һин!» тамашаһына шаһит булып, күңелдәрегеҙҙе йыр-моңға сорнағығыҙ килһә, 23 март киске сәғәт етелә филармонияға рәхим итегеҙ.

Концерт программаһының режиссеры – Миңзәлә Яхина, сценарий авторы – Асияна Дәүләтова, хореограф – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмизә Мөхәмәтшина.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb