21 мартта Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Флорид Бүләковтың «Мөхәббәт ҡарағы» пьесаһы буйынса спектакль күрһәтелде. Туймазы дәүләт татар драма театры сәхнәгә ҡуйған был спектаклде «АРТылышFest» республика театр фестивалендә күрһәтеү өсөн һайлаған.
Данлыҡлы башҡорт драматургының спектакле йондоҙлоҡтарҙың береһенән бүләккә өс яулыҡ алған Хәйбүш ҡарт тураһында бәйән итә. Улар ярҙамында ул өс ауыл ҡыҙының йөрәген яулап ала. Хәйбүштең ҡатыны, әлбиттә, бындай хәлгә ҡаршы. Ауыл егеттәре лә урланған кәләштәрҙе «алыу» планын төҙөй. Был комедияны режиссер Рөстәм Хәкимов фәлсәфәүи тарихҡа әүерелдерә.
«Әгәр тамашасы көндәлек эштәрен тамамлап театрға килһә, тамашаны ҡарап көлә, ҡыуана һәм илһамлана икән, тимәк, фестиваль маҡсатына өлгәшкән», - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Был кистә Милли йәштәр театрына комедия һөйөүселәр йыйылды. Спектакль дауамында тамашасыларҙың алҡыштары һәм ихлас көлөүе тынманы, халыҡ спектаклде йылы ҡабул итте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә «АРТылыш» республика театр фестивале бара. Бөгөн Салауат дәүләт драма театры «Һырғалаҡ» спектаклен тәҡдим итә. Спектакль М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә күрһәтелә.