Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт театры Учалы районы буйлап гастролдәргә йыйына

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт театры Учалы районы буйлап гастролдәргә йыйына

А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт театры  Учалы ҡалаһы һәм районы буйлап гастролдәргә сыға.   25 ғинуарҙа Ғәфүр Ҡәйүмдең пьесаһы буйынса ҡуйылған “Мираҫ” трагифарсын, 26  ғинуарҙа Михаил Задорнов пьесаһы буйынса “Иреңде миңә һат!” комедияһын Учалы ҡалаһы тамашасаларына тәҡдим итә. Мөҙәрис Багаевтың “Үәт, исмаһам, ахырызаман” пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән комедия Учалы районы буйлап 26 ғинуарҙан 5 февралгә хәтлем дауам итәсәк.     

Ахырызаман етеп килә тигән  хәбәр йәшен тиҙлегендә бөтә илде ялмап алып, һәр бер кеше күңеленә бөтмәҫ- төкәнмәҫ хәүефтәр һалып, кемде генә ылбырғатманы икән? Кемдер тәрән итеп баҙ ҡаҙыны, кемдер ризыҡ тупланы, магазин кәштәләрендә шырпы, тоҙ ҙа ҡалманы бит шул ваҡытта.

Бына ошо хәбәрҙәргә таянып драматург Мөҙәрис Багаев  “Үәт, исмаһам, ахырызаман” тигән комедия ижад итә.Сибай театр коллективын был әҫәр темаһы хәҙерге көндә бик актуаль булыуы менән үҙенә йәлеп итә. 

Театрҙың художество етәксеһе, күренекле режиссер Дамир Мәжит улы Ғәлимов бай  ижади фантазияһын ҡулланып, тамашасы хөкөмөнә бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле сәхнә әҫәре тәҡдим итте.

...Спектаклдең төп геройы Харун ни өсөндөр тик байлыҡ, аҡса йыйыу менән мәшғүл, хатта үҙенең балаларының, ейәндәренең тормошо ла уны ҡыҙыҡһындырмай. Бер көн, аяҙ күктәге йәшен һымаҡ , тиҙҙән ахырызаман буласаҡ тигән хәбәр Харунға ла килеп етә һәм уны һеңгеҙәтә һуға. Нисә йылдар йыйған  аҡсаһын нисек һаҡлап алырға? Әгәр һаҡлап алып булмаһа?..

Был комедия шундай матур ҡоролған, ваҡиғалар ҙур тиҙлектә бара, тамашасыға тын да алырға ирек бирмәй, уның бар иғтибарын йәлеп итә. Бигерәк тә артистарҙың ҙур оҫталыҡ менән ролдәрҙе башҡарыуы тамашасыны арбай. Башҡортостандың халыҡ артистары Зифа Баязитова(Хәмдиә), Рәмилә Хоҙайғолова (Ишбикә), Айтуған Дәүләткәрәев(Зәйни), театрыбыҙҙың ветераны Марсель Хоҙайғолов (Ишмырҙа) ,  тамашасы һөйөүен яулап, йылы тәьҫораттар уята . Ә инде төп герой ролен башҡарыусы Урал Зәйнуллин ( Харун) үҙен күп ҡырлы, талантлы сәхнә оҫтаһы икәнен тағы бер иҫбатланы.

А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт театрының Учалы ҡалаһы һәм районы буйлап тамашалар теҙмәһе:

с. Һәйтәк -28 ғинуар
с. Яңы Байрамғол -29 ғинуар
с. Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол -30 ғинуар
с. Миндәк -31 ғинуар
с. Уральск- 1 февраль
с. Учалы -2 февраль
с. Ахун -3 февраль
с. Юлдаш -4 февраль
с. Ҡобағош- 5 февраль

Сибай театры тамашаларынан ситтә  ҡалмағыҙ!

Гүзәл Багаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb