Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында "Тере тупраҡ" спектакленең премьераһы үтте

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында "Тере тупраҡ" спектакленең премьераһы үтте

Мәшһүр ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың "Тере тупраҡ" пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль йәнә театр сәхнәһендә. Был ижади эш күренекле шәхестең тыуыуына - 90, Башкортостандың ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналды.

Пьеса бик күләмле , 57 биттән тора, шуға күрә спектаклдең режиссеры Азат Нәҙерғоловка унан ике сәғәтлек сәхнә әсәрен әҙерләргә тура килгән. Тамашаға бик күп артистар көсө - 31 актер йәлеп ителгән. Спектакль фольклор элементтары, хореография алымдары, костюмдар яғынан отошло булыуы менән айырылып тора.

Әҫәрҙә ер-һыу, тере тупраҡта донья тарихы,тыуған илең һинә ер биргән, тыуған халкың һиңә тел биргән тигәнерәк фекерҙәр йыш яңғырай.

Тамаша костюмдар, сәхнәләге трюктар яғынан да беҙҙең тормошобоҙға күп яңылык индерә. Һәр бер актерға махсус аяк кейеме, реконструкцияланған костюмдар тегелгән. Уны әҙерләгән белгестәр ошоға тиклем үҙҙәрен башҡорт киноһы өлкәһендә лә һынаған. Шуның менән режиссер ҙа яңы исемдәр аса.

Башҡорт ере, тыуған төйәк темаһы һәр заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай. Пьеса 80 се йылдарҙа яҙылған, унда барған ваҡиғалар 16-сы быуатҡа тура килә, күтәрелгән проблемалар бөгөнгө көнгә лә ауаздаш. Әйтергә кәрәк, был әҫәр Сибай театрында икенсе тапҡыр ҡуйыла.

Тере тарихты сағылдырған, тамашасыларҙа рухты уятҡан ошондай спектаклдәр һәр театрҙың репертуарында булырға тейеш, ти белгестәр. Сибайҙа ике көн дауамында аншлаг менән барған премьера оҙаҡламай республиканың көньяк райондарына сығасаҡ.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb