Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры тетрәндергес сәхнә әҫәре сәхнәләштерҙе

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры тетрәндергес сәхнә әҫәре сәхнәләштерҙе

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры республикала халыҡсан театр булараҡ билдәле. Сибай тамашасыһы үҙенең зауығын ҡәнәғәтләндермәгән, тормоштан йыраҡ торған, бер көнлөк әҫәрҙе сәхнәләштереүҙе үҙһенмәй, шуға күрә спектакль ҡуйыр алдынан һәр режиссер был хаҡта тәрән уйлана, әҫәрҙең артабанғы яҙмышын тамашасы хәл итәсәген аңлап, уларҙың күңелен яуларлыҡ әҫәр ҡуйырға тырыша. Тамашасыларҙы уйландырған, уларҙың күңеленә үтеп ингән, йө­рәктәрен әрнеткән, кисергән ғазап­тарын ҡайтанан хәтергә төшөрөргә мәжбүр иткән, башҡорт халҡының күренекле шәхесе, Урал аръяғы әүлиәһе, халыҡ табибы Мөжәүир хәҙрәттең тормош юлын сағыл­дырған “Әүлиә” спектакле – нәҡ ошондай ижади эшмәкәрлек һөҙөм­тәһе. Талантлы режиссер Дамир Ғә­лимовтың яҙыусы Лира Яҡшы­баеваның “Мөжәүир хәҙрәт” тигән әҫәрен сәхнәләштерергә йөрьәт итеүе үҙе бер оло батыр­лыҡҡа тиң! Әҫәр ни тиклем юғары кимәлдә яҙылмаһын, уны сәхнәгә сығарыуға, тәрән образдар тыуҙырыуға барыбер режиссер күп көс түгә. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, талантлы режиссер Дамир Ғәлимов әйтеүенсә, әҫәрҙе сәхнәләштереү еңелдән булмаған, сөнки халыҡ араһында киң танылыу яулаған Әүлиәне сәхнә образы кимәленә күтәреү ҡатмарлы эш икәнлеген һәр кем яҡшы аңлай.

Мөжәүир хәҙрәттең фатихаһы менән әҫәр ҡуйылды, тип хаҡлы рәүештә әйтә алам, – тине Дамир Ғәлимов.
Режиссер спектаклдең жанрын “Мөжәүир хәҙрәткә мәҙхиә” тип нарыҡлаһа ла, тамашасы спектакль барышында Мөжәүир хәҙрәт ғүмеренең үҫмер сағынан алып һуңғы көндәренә тиклем таныша ала. Иң мөһиме – бында төп герой дини ҡанундарҙы яҡлаған суфый хәҙрәт булып түгел, ә халыҡ араһында танылыу яулаған арҙаҡлы шәхес-әүлиә, халыҡ табибы булараҡ кәүҙәләндерелә. Режиссерҙың йәнә бер оло табышын да билдәләмәү мөмкин түгел. Дамир Ғәлимов был юлы ла артистарға ролде ышанып тапшырғанда яңылышмаған, киреһенсә, отҡан ғына.
Мөжәүир Сиражетдиновты уйнаған Урал Зәйнуллин өсөн был образ – оло табыш, яңы асыш. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, артист Әүлиәне шул тиклем оҫта уйнай, уның һәр ым-ишараһы, әйткән һүҙе, баҫҡан аҙымына тиклем “Мөжәүир олатайҙыҡы” тип хайран ҡалды тамашасылар.
Залдарҙың тулы булыуы – үҙе үк Мөжәүир олатайға ҡарата халыҡтың һөйөүе, ихтирам һәм хөрмәт билдәһе ул. Тамаша­сы­ларҙың кемеһелер әүлиә менән яҡындан таныш йәки кемдәндер уның хаҡында хәбәрҙар булһа, бәғзеләре уны ата-әсәһе, олатай-өләсәйҙәре аша белә. Актер Урал Зәйнуллин әйтеүенсә, образды тыуҙырыр алдынан Мөжәүир хәҙрәтте белгән кешеләр менән осрашып, уның хаҡында фекерҙәрен тыңлаған, китаптар уҡыған. Үҙемә ни тиклем оло бурыс һәм яуаплылыҡ тапшырылыуын яҡшы аңланым, шуға күрә халыҡтың ихтирамына лайыҡ абруйлы шәхесте кәүҙәләндереү өсөн үҙ өҫтөмдә етди эшләнем, ти. Сәхнәлә Әүлиәне ихлас уйнауы, геройҙың һәр кисерешен үҙ йөрәге аша үткәреп, ролгә инә алыуы спектаклде яңы бейеклеккә күтәрә. Кемгәлер оҡшарға тырышмай, кемдеңдер һөйләүе, һүрәтләүе буйынса төп геройҙы уйнамай ул, ә күңеле һәм йөрәге ҡушыуы буйынса Мөжәүир хәҙрәт образын ижад итә алыуы менән оло хөрмәткә лайыҡ артист. Тамашасы Уралды яңыса асты, уның оҫта артист булыуына йәнә инанды һәм һоҡланды.
Режиссер төп геройҙы бар тулылығында асыу өсөн халыҡ йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә мөрәжәғәт итеп, Мөжәүир хәҙрәттең йәшәйешен үҙенсә асырға тырыша.
Был тәңгәлдә коллективтың күп артистары йәлеп ителә, спектаклдә 25 кеше ҡатнаша.

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт театрының түрен йәмләйәсәк, уның абруйын йәнә бер башҡа күтәрәсәк, яратҡан тамашасыларын һөйөндөрәсәк спектакль ҡуйылды. Ул – яҙыусы Лира Яҡшыбаева менән режиссер Дамир Ғәлимовтың уртаҡ ижад емеше, тотош коллективтың тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе. Артабан халыҡ үҙе баһа бирер. Мөжәүир хәҙрәт рухы аңғартыр, изгеләрҙән-изге Әүлиәбеҙ оҙаҡ йылдар сәхнә түрен биҙәр, тигән теләктә ҡалайыҡ.

Сығанаҡ: http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/27971-tetrnderges-shn-re.html

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb