«Арғымаҡ» башҡорт этно-рок төркөмө Санкт-Петербургта үтәсәк III «Донъя музыкаһы» халыҡ-ара фестиваленә йыйына

«Арғымаҡ» башҡорт этно-рок төркөмө Санкт-Петербургта үтәсәк III «Донъя музыкаһы» халыҡ-ара фестиваленә йыйына

«Арғымаҡ» башҡорт этно-рок төркөмө республика исеменән Санкт-Петербургта үтәсәк III «Донъя музыкаһы» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашырға йыйына.

Фестиваль  11-12 августта Шереметьев һарайында — Музыка музейында уҙғарыласаҡ.

Сараны ойоштороусы — донъялағы биш ҙур музыка ҡоралдары коллекцияһының береһенә эйә булған Санкт-Петербург театр һәм музыка сәнғәте музейы.

Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән: Бүрәтстан, Башҡортостан, Карелиянан, Ҡаҙағстандан һәм Франциянан иң оҫта этно-музыканттарҙың килеүе көтөлә.  Бәйге шарттары буйынса, ҡатнашыусылар  этно-рок һәм этно-электрон яңғырашта үҙ төбәктәренең традицион музыкаһын башҡарырға тейеш.

«Арғымаҡ» төркөмө 11 августта — Шереметьев һарайында, ә 12-һендә Фонтан баҡсаһында сығыш яһаясаҡ.  2017 йылда «Донъя музыкаһы» фестивалендә Башҡортостан исеменән «Йатаған» этно-төркөмө сығыш яһағайны.

Фестиваль барышында оҫталыҡ дәрестәре һәм ижади осрашыуҙар ойоштороу ҡаралған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb