“Арғымаҡ” этнотөркөмө Сәғүд Ғәрәбстанында уҙасаҡ фестивалдә ҡатнашасаҡ

“Арғымаҡ” этнотөркөмө Сәғүд Ғәрәбстанында уҙасаҡ фестивалдә ҡатнашасаҡ

Арғымаҡ” этнотөркөмө Сәғүд Ғәрәбстанына күләмле бәйгегә йыйына.

9 марттан 19-на тиклем Сәғүд Ғәрәбстаны Короллегендәге Эр-Рияд ҡалаһында “Күскенселәр йыһаны” Халыҡ-ара этнофестивале уҙа.

Этномузыка һәм этнохит номинацияларында бик күп дәғүәселәр менән бер рәттән беҙҙең “Арғымаҡ”тар ҙа көс һынашасаҡ.  “Арғымаҡ”тарҙың былтыр Ҡырғыҙстандағы “Бөтә донъя күскенселәр уйындары”ндағы сығышын күргәндән һуң, бәйгегә саҡырыу килә. Ҡунаҡ итеп саҡырһалар ҙа, улар конкурста ҡатнашырға теләк белдерә.  Төркөм бер нисә ай әүҙем рәүештә конкурсҡа ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле программа әҙерләй. Әйткәндәй, республика халҡы уны 2 март “Башҡортостан” концерт залында күрә аласаҡ. Уны “Арғымаҡ”тар үҙҙәренең ун йыллыҡ юбилейына арнап эшләгән.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb