«Арғымаҡ» төркөмө Ижевск ҡалаһында үтәсәк этномәҙәниәт фестивалендә ҡатнашасаҡ

«Арғымаҡ» төркөмө Ижевск ҡалаһында үтәсәк этномәҙәниәт фестивалендә ҡатнашасаҡ

«Арғымаҡ» төркөмө «Тангыра» йәштәр этномәҙәниәт фестивалендә ҡатнашасаҡ. Фестиваль 8 августа Ижевск ҡалаһында үтә. Әйткәндәй, арғымаҡтар былтыр ошо уҡ сарала ҡатнашып, ойоштороусыларҙың ҡунаҡсыллығын һәм йылы итеп ҡабул итеүҙәрен билдәләп үтте.

«Тангыра» этномәҙәниәт фестивале – сәнғәттең төрлө жанрҙарын берләштергән киң форматлы майҙансыҡ. Уның программаһында музыканттарҙың “тере” сығыштары, һатыу итеү һәм заман дизайнерҙарының этник стилдәге кейем коллекциялары менән таныштырыу инә. Фестивалдә фин-уғыр, славян, төрки, кавказ халыҡтарының ижади йәштәре ҡатнашасаҡ.

Беренсе тапҡыр фестиваль drive-in форматында үтә: тамашасылар артистарҙың сәхнәләге сығыштарын үҙҙәренең автомобилдәренән ҡараясаҡ. Был кешеләр араһында социаль арауыҡты һаҡлау өсөн хәүейһеҙлек сараһы булып тора.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb