«Арғымаҡ» төркөмө «Күсмә халыҡтар донъяһы»нан еңеү менән ҡайтты

«Арғымаҡ» төркөмө «Күсмә халыҡтар донъяһы»нан еңеү менән ҡайтты

Башҡортостандың «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө Ҡырғыҙстанда «Күсмә халыҡтар донъяһы»нда еңеү яуланы, «этнохит»  номинацияһында диплом менән бүләкләнде.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, «Күсмә халыҡтар донъяһы» халыҡ-ара этномәҙәни фестивале III Бөтә донъя күсмә халыҡтары уйындары сиктәрендә уҙғарылды.

«Арғымаҡ» төркөмө «Алпамыша», «Ҡара юрға», «Байыҡ» композициялары менән сығыш яһап, барыһын да хайран ҡалдырҙы.  

«Этнохит» сараһында фольклор-этнографик ансамблдәр, инструменталь музыка һәм халыҡ йырын башҡарыусылар, шулай уҡ эстрада йырсылары сығыш яһаған.  

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb