Асҡын районына "Мәҙәниәт" милли проекты ярҙамында күсмә автоклуб ҡайтарылды

Асҡын районына "Мәҙәниәт" милли проекты ярҙамында күсмә автоклуб ҡайтарылды

Кисә, 9 августа, Асҡын районы халҡы күп функциялы күсмә мәҙәни үҙәк-автоклубына эйә булды. Махсус транспорт "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә алынды. Күсмә клуб концерттар, күңел асыу программалары, кинофильм, спектаклдәр күрһәтеү һәм башҡа ҡыҙыҡлы проекттар өсөн заманса яҡтыртыу һәм тауыш ҡоролмаһы менән йыһазландырылған.

"Автоклуб концерттар һәм байрам программаларын уҙғарыу өсөн тулыһынса ҡулайлаштырылған. Асҡын районында 74 тораҡ пункт иҫәпләнә, шуларҙың 39-ында ғына стационар мәҙәниәт учреждениеһы бар. Мәҙәниәт йорто булмаған урындарҙа автоклуб ярҙамға киләсәк", - ти Асҡын районының район клуб-китапхана системаһы директоры Илсур Ғилфанов.

Асҡын районына "Мәҙәниәт" милли проекты ярҙамында күсмә автоклуб ҡайтарылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb