"Ашҡаҙар" эстрада-фольклор төркөмө концертҡа саҡыра

"Ашҡаҙар" эстрада-фольклор төркөмө концертҡа саҡыра

12 апрелдә көндөҙгө сәғәт 3-тә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе филармонияһында «ЫРЫҪ-ДӘҮЛӘТ ШИШМӘҺЕН, БЕЛЕМ МЕНӘН АСЫРҺЫҢ» исемле концерт программаһының премьераһы була.

«Ашҡаҙар» башҡорт эстрада-фольклор төркөмөнөң музыкаль программаһы Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған.

 Башҡорт ере йыр традицияларына, үҙенсәлекле башҡарыусыларға бай. Филармония артистары тамашасыларға үҙенсәлекле ижади бүләктәр тапшыра - Мифтахетдин Аҡмулла, Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим һәм башҡа бөйөк шәхестәрҙең әҫәрҙәре менән таныштыра. Шулай уҡ Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Назар Нәжми, Гөлфиә Юнысова һүҙҙәренә яҙылған тылсымлы ҡурай моңдары, халыҡ йырҙары, эстрада һәм ретро әҫәрҙәр ҙә яңғырай.

 Сарала Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Ғафуан Фазуллин, Рәмил Әүбәкеров, Ришат Хәмитов, Гөлназ Иҙрисова; филармония солистары Зөлфиә Әүбәкирова, Гүзәлиә Татлыбаева, Зарина Ҡотлоғужина, Эльмира Баймырҙина, шулай уҡ артист-инструменталистар: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Миңлеғәли Хәсәнов, Динар Абдуллин, Азамат Асаиновтар ҡатнаша.

 Филармонияның художество етәксеһе - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Лира Фәйзуллина.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb