“Ашҡаҙар” музыкаль драмаһы - Өфө сәхнәһендә

“Ашҡаҙар” музыкаль драмаһы - Өфө сәхнәһендә

12 мартта Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең Башҡорт драма театры М.Буранғоловтың “Ашҡаҙар” музыкаль драмаһы менән Өфөлә сығыш яһай. Спектакль бер юлы өс мөһим ваҡиғаға – Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуына һәм Башҡорт дәүләт академия драма театрына нигеҙ һалыныуға 100 йыл тулыуға, “Ашҡаҙар” пьесаһы авторы, күренекле шәхес Мөхәмәтша Буранғоловтың 130 йыллығына арнала.  “Ашҡаҙар”ҙың үҙенсәлеге шунда: унда сюжет һыҙығы икәү. Тәүгеһе Мөхәмәтша Буранғоловты эҙәрлекләү, Стәрлетамаҡта беренсе башҡорт театры асыу мәлдәрен һынландыра һәм тамашасыны талғын ғына йыр тарихына алып инеп китә. Икенсе сюжет һыҙығы Таңһылыу менән Йомағолдоң аяныслы мөхәббәт тарихы, социаль тигеҙһеҙлек хаҡында бәйән итеп кенә ҡалмай, халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен сағыу, еренә еткереп һүрәтләй.  Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, премьераһының сағыу биҙәктәре: Мөхәмәтша Буранғолов ролен башҡарған Рафиҡ Хәсәнов, бер юлы ике ролде уйнауы, секунд эсендә бер кешенән икенсеһенә әүерелеү һәләте менән барыһын да хайран ҡалдырған Марат Зөбәйеров, баҫалҡы ла, сая ла, тыйнаҡ та, ҡыйыу ҙа, нәзәкәтле лә, батыр ҙа Таңһылыу образын тыуҙырған Резеда Әмәкәсова, Вәлиулла Мортазин-Иманский менән Йомағолдо уйнаған Илфир Баймырҙин һәм башҡалар.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb