«Ашҡаҙар» радиоканалы 15 йыллығын туйланы

«Ашҡаҙар» радиоканалы 15 йыллығын туйланы

«Ашҡаҙар» мәҙәни-ағартыу каналы 7 февралдә эфирға сығыуҙың 15 йыллығын билдәләне. Юбилей тантанаһы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уҙҙы.

Актерҙар башҡарыуында театрлаштырылған тамаша каналдың барлыҡҡа килеүе һәм бөгөнгө эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне. Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары, Стәрлетамаҡтан «Ашҡаҙар» фольклор-эстрада төркөмө, шулай уҡ үҙешмәкәр артистар кисәне үҙенсәлекле сығыштар менән биҙәне.

Юбилей уңайынан «Ашҡаҙар» радиоһы 15 йыл эфирҙа» китабы донъя күрҙе, радиоканал гимнының премьераһы уҙҙы.

Башҡортостан радиоһының бүлексәһе булараҡ ойошторола һәм тәүлек әйләнәһенә эшләгән радиоканал Башҡортостанда йәшәгән башҡорт һәм татар милләте вәкилдәренең мәғлүмәти һәм рухи ихтыяждарына йүнәлтелгән.

«Ашҡаҙар» радио тыңлаусыларҙа изгелек, Ватанға һәм яҡындарға, тыуған мәҙәниәткә һөйөү кеүек кешелек ҡиммәттәрен үҫтерергә һәм һаҡларға ынтыла. Халыҡты республиканың мәҙәни тормошонан оператив һәм объектив мәғлүмәт менән тәьмин итә, алдынғы идеяларҙы пропагандалай, музыка сәнғәтенең төрлө өлгөләре, мәҙәни ҡомартҡылар менән таныштыра, ысын сәнғәткә һөйөүҙе үҫтерә, Башҡортостан радиоһында тупланған Алтын фондты һаҡлай һәм байыта бара.

Юбилей байрам итеү генә түгел, ә заман талаптарына яуап биргән ижади үрҙәрҙе, сағыу проекттарҙы һәм идеяларҙы барлау өсөн дә матур сәбәп булып та тора. Республиканың иң мәҙәни радиоканалы коллективы үҙ маҡсатына тоғро ҡала: республикабыҙҙың бай мәҙәни мираҫын, тормошон сағылдыра, уның һоҡланғыс шәхестәре, сәнғәт өлгөләре менән таныштыра һәм киләсәк быуындарға тапшыра.

Фото «Ашҡаҙар» радиоһы архивынан алынды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb