Асия Ғәйнуллинаға «Рәсәй күңеле» премияһы тапшырылды

Асия Ғәйнуллинаға «Рәсәй күңеле» премияһы тапшырылды

 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Мәскәүҙә Чайковский исемендәге Концерт залында халыҡ ижадын үҫтереүгә индергән өлөш өсөн «Рәсәй күңеле» XI Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский Сибай сәнғәт колледжы ҡарамағында «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, халыҡ риүәйәтсеһе һәм уҡытыусы Асия Ғәйнуллинаға премия тапшырҙы. Башҡортостанда берҙән-бер үҙенең Сәсәндәр мәктәбен асыусы Асия Ғәйнуллина «Традицион халыҡ мәҙәниәте» номинацияһында билдәләнде.

Башҡорт халыҡ ижадын һаҡлау һәм үҫтереү менән бер рәттән ул республика театрҙарында башҡорт халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары буйынса кәңәшсе һәм уларҙы ҡуйыусы булараҡ та сығыш яһай. Асия Ғәйнуллина башҡорт халыҡ костюмына аксессуарҙар эшләү, кейеҙ баҫыу, ҡорама тегеү һәм күн эше буйынса оҫта ҡуллы башҡорт ҡатын-ҡыҙы.

«Рәсәй күңеле» премияһы менән йыл һайын халыҡ художество йолалары һәм ижади ҙур ҡаҙаныштар өлкәһендә күп йылдар һөҙөмтәле эшләгән өсөн фольклор, халыҡ хор, йыр һәм бейеү ансамблдәре, халыҡ бейеүе, оркестрҙар, халыҡ музыка ҡоралдары ансамблдәре етәкселәре, эпос башҡарыусылар (халыҡ риүәйәтселәре), халыҡ биҙәү-ҡулланма оҫталары бүләкләнә.

2017 йылда премия «Халыҡ көйө», «Халыҡ йыры», «Халыҡ бейеүе», «Традицион халыҡ мәҙәниәте» һәм «Халыҡ оҫтаһы» номинацияларында 15 сәнғәт эшмәкәренә тапшырылды. Лауреаттар хөрмәтенә Пятницкий исемендәге Дәүләт академия рус халыҡ хоры һәм Бүрәт, Башҡортостан Мордовия, Төньяҡ Осетия(Алания), Татарстан, Тыва, Сыуашстан һәм Удмуртия республикаларынан, Белгород, Иванов, Ҡурған, Ростов, Һамар һәм Томск өлкәләренән, шулай уҡ Мәскәүҙән алдынғы һәүәҫкәр ансамблдәр, халыҡ көйө, йыр һәм бейеү коллективтары ҡатнашлығында байрам гала-концерты булды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb